Белорет районында һайлау участкалары эште Рәсәй гимны оҙатыуында башланы. Мәҫәлән, Белорет металлургия колледжында урынлашҡан 1274-се һайлау участкаһында тәүге тауыш биреүселәр иртәнге сәғәт 7-гә үк килеп еткәйне. Улар – тѳҙѳлѳш компанияһында эшләгән Александр Поздышев менән һатыусы Динә Атауллина.
Был участканың һайлау комиссияһы рәйесе Ринат Арыҫланов ике йыл рәттән ошо вазифаны башҡара, быға тиклем урынбаҫар булған.
Ҡалала эшләгән дүрт КОИБ-тың береһе ошонда ҡуйылған. “Беҙ был комплекстар менән 2010 йылдағы президент һайлауҙарынан бирле эшләйбеҙ. Бюллетендәрҙе ҡулдан тикшереү талап ителмәй, шуныһы менән был уңайлы. Ҡоролма бланктарҙы иҫәпләй һәм мәғлүмәтте флеш-картала туплай. Уны территориаль һайлау комиссияһына алып барабыҙ, унда бар мәғлүмәт ГАС-һайлау системаһына күсерелә. Кемгә нисә тауыш бирелгәнен белмәйбеҙ”, - тине Ринат Арыҫланов.
Әйткәндәй, Белорет районы һәм ҡалаһында барлығы 78 һайлау участкаһы эшләй.