Учалы ҡалаһының 3-сө лицейы бинаһында урынлашҡан 3152-се участкала һайлау ҡыҙыу бара.
- Бигерәк тә ололар әүҙемлек күрһәтә, һайлау участкаһы асылыу менән гражданлыҡ бурыстарын үтәргә теләүселәрҙән сират теҙелеп китте хатта. Һайлаусылар исемлегенә 1862 һайлаусы индерелгән, 11.00 сәғәткә уларҙың 17 проценты фекерен белдерҙе, - ти һайлау участкаһы рәйесе Лидиә Сәйетова.
Үзбәк Бузыкаев – иң оло һайлаусыларҙың береһе. 95 йәшен тултырған аҡһаҡал, һаулығы ҡаҡшаһа ла, мөһим сәйәси ваҡиғанан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай – быйыл да таяғына таянып, һайлау участкаһына үҙе үк килеп еткән.
- Аллаға шөкөр, тормошобоҙ йылдан-йыл матурая – был ил, республика етәкселегенең дөрөҫ алып барған сәйәсәте һөҙөмтәһе. Беҙ күргәндәрҙе йәштәргә күрергә яҙмаһын, донъялар тыныс булһын, - тигән теләген белдерҙе ғүмере буйы мәғариф өлкәһендә хеҙмәт иткән ветеран.