Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентябрь 2019, 21:44

Быйыл халыҡ әүҙемерәк

Өфөнөң 3484-се һайлау участкаһы баш ҡаланың халыҡ тығыҙ йәшәгән урындарының береһендә урынлашҡан, шуға күрә кешеләр ағымының ҙур булыуына аптырайһы түгел.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Өфөнөң 3484-се һайлау участкаһы баш ҡаланың халыҡ тығыҙ йәшәгән урындарының береһендә урынлашҡан, шуға күрә кешеләр ағымының ҙур булыуына аптырайһы түгел.
- Эш бында күп фатирлы йорттарҙың тығыҙ урынлашыуында ғына түгел, ә халыҡтың быйылғы һайлауҙа әүҙемерәк булыуында, - ти участка комиссияһы рәйесе Лидия Зәйҙуллина. - Һайлауҙа ҡатнашҡандарға кибеттәрҙә ташлама бирә торған браслет тапшырыла, ләкин уны һайлауға килгәс кенә беләләр, тимәк, әүҙемлектең нигеҙе шунда тип раслау дөрөҫлөккә тап килмәҫ ине. Төшкә табан беҙҙен участкаға ҡараған халыҡтың 40 проценты тауыш биргәйне инде.
Читайте нас