“Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре лә Берҙәм тауыш биреү көнөнә әүҙем ҡушылды. Сәғәт ете тулып биш минут үтеүгә Мәғариф бүлеге мөдире Илдар Аҡъюлов үҙ һайлау участкаһынан сәләм юллағайны, күп тә үтмәне Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Лариса Абдуллинанан да мәғлүмәт килеп төштө. Афарин, хеҙмәттәштәребеҙгә! Ҡул арттары еңел булды. Ошо минуттарға коллективтың яртыһы тиерлек тауыш биреп өлгөргән дә инде. Иң мөһиме, теләк.
Тәржемәсебеҙ Лилиә Дәүләтбәкова, мәҫәлән, ялда Нуриман районында булһа ла, сәйәси саранан ситтә ҡалмаған.
“Был һайлауҙа мин Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылындағы 2754-се һайлау участкаһында тауыш бирерҙем. Бында иртә таңдан эш ҡайнай. Комиссия рәйесе Зилә Вәлиева әйтеүенсә, халыҡ бик әүҙем. Һайлауға байрамға килгәндәй шатланып, ҙур өмөт бағлап киләләр. Участка асылып, 15 минут үтеүгә 20-ләп кеше тауыш биреп тә өлгөргән. Күҙәтеүселәр КПРФ-тан һәм "Рәсәй пенсионерҙары ғәҙеллек өсөн" партияһынан килгән”, тип хәбәр итте Лилиә Дәүләтбәкова.