Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентября 2019, 08:52

Гөлсәриә Орлова – 100-өнсө!!!

Баймаҡта 41 мең 600 һайлаусының 16,4 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгән.

Зинира Шәһиева фотоһы.Зинира Шәһиева фотоһы.
Зинира Шәһиева фотоһы.
Берҙәм тауыш биреү көнөндә баймаҡтар һәр ваҡыттағыса әүҙемлек күрһәтә. Бөтәһе 41 мең 600 һайлаусының 16,4 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгән.

Иртәнге етелә райондың барлыҡ 80 һайлау участкаһы үҙ эшен башланы. Мәҫәлән, райондың 1048-се Күсей һайлау участкаһында тантаналы шарттарҙа гимн яңғырағас, һайлауҙың имен-һау үтеүен теләп, ауылдың имам-хатибы Хафиз Баймөхәмәтов аят бағышлап асып ебәрҙе. Тәүге һайлаусы Ринат Танһыҡҡужинға бүләк тапшырылды.

Ә бына төпкәлдә урынлашҡан Ғүмәр ауылында иртәнге сәғәттәрҙә үк йәнлелек һиҙелә. Ауыл халҡы мөһим сарала дәррәү ҡатнаша.1017-се һайлау участкаһында 100-өнсө тауыш биреүсе булып Гөлсәриә Орлова булды. Ул һайлауға кескәй улы Дмитрий менән килгән. “Яҙмышыбыҙҙы хәл итер көндө ситтә ҡала алмайбыҙ. Һәр кемдең тауышы мөһим икәнлеген тәрән аңлайбыҙ. Бигерәк тә балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн лайыҡлыларға үҙ тауышыбыҙҙы бирәбеҙ”, - ти йәш әсә.
Райондың барлыҡ һайлау участкаларында уҡыусылар тарафынан ойошторолған көҙгө йәрминкәләр эшләй, спорт уйындары ойошторола, сәләмәтлек акциялары үтә.
Читайте нас