- Бер тапҡыр ҙа һайлауҙы ҡалдырғаным юҡ. Был юлы ла гражданлыҡ бурысымды үтәнем. Бында йәштәр ҙә, өлкән быуын вәкилдәре лә етерлек. Һайлау участкаһы Башҡорт дәүләт университетының физика-математика корпусында урынлашҡас, бигерәк тә йәштәрҙең әүҙемлеге һиҙелә. Улар әле концерт ҡуя. Халыҡ байрамына әйләнгән һайлауҙа рәхәтләнеп концерт ҡарап ултырам, - ти ул.