Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентябрь 2019, 20:05

Иректән мәхрүм ителгәндәр һайлауҙа ҡатнашамы?

Төрмәләрҙә эшләү өсөн өс һайлау участкаһы булдырылған. Ҡайһы берҙәрендә күсмә урналарҙы йөрөтөп сыҡҡандар.

Автор фотоһы
Автор фотоһы
Республика биләмәһендәге холоҡ төҙәтеү учреждениеларындағы халыҡҡа һайлауҙа ҡатнашыу мөмкинлеге булды. Был турала Рәсәйҙең Яза башҡарыу федерацияһының Башҡортостан буйынса идаралығының тәрбиә бүлеге етәксеһе Антон Овчинников һөйләне.
Уның раҫлауынса, төрмәләрҙә эшләү өсөн өс һайлау участкаһы булдырылған. Ҡайһы берҙәрендә күсмә урналарҙы йөрөтөп сыҡҡандар.
Бынан тыш, республикала йорт һағында 180 кеше ултыра икән, уларҙың да һайлауҙа ҡатнашыу форсаты булды. Тимәк, иректән мәхрүм ителеү үҙ илеңден гражданы булыу хоҡуғын юҡҡа сығармай.
Читайте нас