Миәкә менән Бөрйәнгә етеүсе юҡ
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге начальнигы Йыһанур Алтынбаев журналистар алдында сығыш яһап, Берҙәм тауыш биреү көнөндә һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарын (КОИБ-тар), участкаларҙы видеокамералар менән йыһазландырыу һәм башҡа заманса алымдарҙы ҡулланыу тураһында һөйләне.
Йыһанур Рәйес улы шулай уҡ республика Башлығын һайлау буйынса сәғәт 3-кә ҡарата теркәлгән күрһәткестәр менә таныштырҙы. Ошо ваҡытҡа республика халҡының 42 проценттан ашыуы үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән. Өфөлә был күрһәткес – 35,35 процент. Ҡалалар буйынса иң әүҙеме – Күмертау (47 процент) һәм Салауат (42 процент).
Шулай ҙа, ғәҙәттәгесә, ҡалала йәшәүселәр әүҙемлек йәһәтенән ауыл халҡына етмәй. Мәҫәлән, әлеге сәғәткә Миәкә районында һайлаусыларҙың – 73,9, Бөрйән районында 64 проценты тауыш биреп өлгөргән.
Йыһанур Алтынбаев участка һайлау комиссияларында урынлаштырылған КОИБ-тарҙың, “Мобиль һайлаусы” серверының өҙөклөкһөҙ эшләүе, киләсәктә буласаҡ һайлауҙарҙа был заманса алымдарҙың тағы ла киңерәк ҡулланылыш табасағы тураһында бәйән итте.