Бѳгѳн йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр, билдәле артистар ҙа республика Башлығын һайлауҙа әүҙем ҡатнаша. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы Нәзифә Ҡадирова ла һайлауға барҙы.
- Һайлауға мотлаҡ барырға кәрәк. Был - беҙҙең гражданлыҡ бурысыбыҙ. Битараф ҡалмаҫҡа тейешбеҙ, сѳнки тѳбәк Башлығы беҙҙең тормошто яҡшыртыу һәм республиканың именлеге ѳсѳн эшләйәсәк. Минең ѳсѳн һайлау - байрам, концерттар, матур саралар, тиҫтерҙәрем, дуҫтарым һәм тауыш бирергә килгән халыҡ менән аралашыу. Һайлау - халыҡтарҙың берләшеүе. Беҙ һайлауға киләсәгебеҙ яҡшы булыр тигән ѳмѳт һәм ышаныс менән барабыҙ, - тине Нәзифә Жәүәт ҡыҙы.