Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентября 2019, 12:06

Роберт Юлдашев гражданлыҡ бурысын үтәү өсөн 125 саҡрым үтергә лә риза

– Кисә Һарытау, Һамар өлкәләрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ алдында сығыш яһап, хәйриә концерттары бирҙек. Төн уртаһында ҡайтып, бер аҙ ял итеп алғас, бөгөн Ғафури районына юлландым.

mir24.tvmir24.tv
mir24.tv
Роберт Юлдашев гражданлыҡ бурысын үтәү өсөн 125 саҡрым үтергә лә риза
Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашевтың ижади ғаиләһе һайлау кеүек мөһим сәйәси кампанияларҙан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай.
– Кисә Һарытау, Һамар өлкәләрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ алдында сығыш яһап, хәйриә концерттары бирҙек. Төн уртаһында ҡайтып, бер аҙ ял итеп алғас, бөгөн Ғафури районына юлландым, сөнки теркәү урыным шунда. Ҡайһы бер таныштарым “йөрөмәһәң дә була инде шул тиклем юл үтеп”, ти. Тик мин һәр кем үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә тейеш тип һанайым. Әлбиттә, алдан ғариза яҙып, Өфөлә лә һайларға мөмкин булыр ине, әммә юлда йыш йөрөгәс, һайлау көнөндә ҡайһы урында булырымды үҙем дә күҙаллай алмайым. Әле бына юлдамын, 125 саҡрым юл үтеп, үҙ тауышымды бирәсәкмен. Әйткәндәй, мин һәр саҡ башҡорт телендәге бюллетенде һорап алам, – тип хәл-әхүәле менән таныштырҙы ҡурайсы.
Роберт Нәжип улы бөгөнгө сәйәси ваҡиғаға ҙур әһәмиәт биреүен, һайланасаҡ төбәк Башлығының халҡыбыҙ мәнфәғәтендә изге эштәр башҡарырына өмөт итеүен билдәләне.
Читайте нас