Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентября 2019, 18:13

Сәғәт 6-нан уҡ көтөп торғандар ҙа бар ине...

Өлкән йәштәге кешеләр барыһынан да иртәрәк килеп тауыш бирҙе.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Өфө ҡалаһының 3450, 128 -се һайлау участкалары Cочи урамында Башҡортостан социаль страховка фонды бинаһында урынлашҡан.
3480-се һайлау участкаһы рәйесе Фирүзә Булат ҡыҙы Ғибәҙуллина әйтеүенсә, уларға 2504 һайлаусы ҡарай, шуларҙың 46 проценты иртәнге сәғәт 10-ға тиклем үк тауыш биргән.

Тәртип өсөн яуаплы хеҙмәткәр Илмир Юнир улы Итҡолов та ошо мәғлүмәтте раҫланы.
- Өлкән йәштәге кешеләр барыһынан да иртәрәк килеп тауыш бирҙе. Сәғәт 6-нан уҡ көтөп торғандар ҙа бар ине, - тип йылмайҙы ул.

-

Фойела көн буйы күңелле музыка яңғыраны, тәм-том да һатылды. Бер һүҙ мҽнән әйткәндә, һайлау участкалары гөрләп торҙо.
Читайте нас