Сибай ҡалаһының Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында урынлашҡан 635-се һайлау участкаһында тәүгеләрҙән булып Вәкил Хәлилов гражданлыҡ бурысын үтәне.
Хеҙмәт ветераны Вәкил Фәтих улы әйтеүенсә, ул һәр саҡ һайлауҙарға беренселәрҙән килә. “Республикабыҙ яҙмышы һәм киләсәге өсөн иң лайыҡлы кандидатҡа тауышымды бирҙем. Киләсәктә Башҡортостаным сәскә атһын, татыулыҡ һәм именлек булһын, яратҡан Сибай ҡалаһы үҫешһен”, тигән теләктәрен дә еткерҙе.
635-се һайлау участкаһы рәйесе Иштуған Ноғоманов белдереүенсә, халыҡ һайлауҙарға әүҙем йөрөй, быйыл да мөһим саранан улар ситтә ҡалмаҫ.
- Быйыл 17 йәш ҡыҙ һәм егет һайлауҙа тәүге тапҡыр үҙ тауыштарын бирәсәк. Уларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла. Шулай уҡ тәүге егерме һайлаусыға ла беҙ бүләк әҙерләнек. Әле һайлау тыныс шарттарҙа бара,-ти Иштуған Рәйес улы.
Шулай уҡ бөгөн бында “Асыҡ ишектәр көнө” үтә. Теләүселәр өҫтәл теннисы, шахмат һәм шашка, волейбол буйынса ярыштарҙа ҡатнашы ала. Һайлаусыларға “Башҡортостан - тыуған төйәк” исемле концерт та әҙерләнгән.