Баймаҡ ҡалаһы мәктәптәрендә Берҙәм тауыш биреү көнө уңайынан ойошторолған көҙгө йәрминкәләр гөрләп уҙҙы. Балалар шәхси ихатаһында үҫтергән уңышты, әсәйҙәре менән бешергән тәм-томдо, ҡул эштәрен һатып, үҙҙәрен эшҡыуар, сауҙагәр ролендә һынап ҡараны.
4-се мәктәптең IX класс уҡыусыһы Ынйы Сыңғыҙова әсәһе менән кистән ҡамыр ризыҡтары – “Ҡырмыҫҡа иләүе”, татлы пончиктар бешергән. Бөгөн ул ошо тәмлекәстәрҙе һатып, 1600 һум аҡса эшләгән.
– Үҙемде йәш эшҡыуар булараҡ һынап ҡарау оҡшаны. Мәктәп биләмәһендәге йәрминкәбеҙ гөрләп торҙо. Һайлауға килгән апай-ағайҙар, инәй-олатайҙар беҙ тәҡдим иткән һый-ниғмәтте ҡыуанып һатып алды. Тирә-яҡҡа яңғырап торған йыр-моң, төрлө ризыҡтан, көҙгө байлыҡтан һығылып торған өҫтәлдәр һәр кемгә, шул иҫәптән беҙгә лә байрам кәйефе өҫтәне. Эшләгән аҡсамды үҙем өсөн кәрәкле әйбер алырға тотонасаҡмын, – тине Ынйыҡай.