Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов журналистар менән ойошторолған брифингта Үҙәк һайлау комиссияһына һәм “Ҡыҙыу линия”ға ҡабул ителгән мөрәжәғәттәр һәм ялыуҙар тураһында ентекле һөйләп үткәйне.
Уларҙың күбеһе тауыш биреүгә ҡағылышлы ғәҙәти һорауҙарға ҡайтып ҡала.
Иғтибарға алырлыҡ хәбәрҙәрҙән Марат Венер улы ЛДПР партияһы етәксеһе Владимир Жириновскийҙың мөрәжәғәтен айырыуса билдәләне. Ул һайлау алды агитацияһы осоронда билдәһеҙ кешеләр тарафынан Өфөлә һәм республиканың бер районында ЛДПР-ҙан кандидат Иван Сухаревтың агитация материалдарын йыртыуҙары тураһында белдергән.
– Был хаҡтағы хәбәргә бағанаға йәбештерелгән йыртыҡ материалдарҙың фотоһүрәттәре ҡушып тапшырылды. Был осраҡ буйынса материалдарҙы беҙ полицияға тикшереүгә йүнәлттек, – тине Ғәҙелов.