Философия фәндәре кандидаты Сергей Семенов Башҡортостанда үткән һайлау буйынса үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты. Ни өсөн Радий Хәбиров абсолют күпселектең тауышын йыя алды, тигән һорауға яуап бирергә тырышты ул.
– Радий Хәбировтың һайлауҙы алдараҡ үткәреү мөмкинлеге бар ине, тик ул 11 ай көттө һәм үҙенең нисек эшләгәнен күрһәтте. Шуға күрә ошондай юғары күрһәткес һәм абсолют еңеү, – тине ул. – Эш шунда, республика халҡы күп йылдар эсендә тәүге тапҡыр үҫештең аныҡ маҡсаттарын, яңы мөмкинлектәрен күрҙе. Элекке етәкселек ваҡытында ла тәүҙә шулай уҡ ҙур маҡсаттар ҡуйылған кеүек ине, тик улар яйлап ҡоро һүҙгә әйләнде. Илдең лидерҙары рәтендә булған Башҡортостан һуңғы йылдарҙа ябай бер төбәккә әйләнде лә ҡуйҙы. Аҙаҡ милли сәйәсәттә аңлашылмаусанлыҡтар башланды. Быларҙың барыһы ла көсөргәнешкә килтерҙе.
Бынан тыш, Сергей Семенов һайлауҙа һигеҙ кешенең ҡатнашыуын да ыңғай баһаланы.
– Тимәк, республикала сәләмәт сәйәси хәл һәм ул нормаль рәүештә үҫешә, – тине ул.