“Башҡортостанда үткән һайлау асыҡлығы һәм бысраҡ технологияларҙан азат булыуы менән айырылып торҙо”, – тип үҙ фекерен белдерҙе “Граждандар контроле” һайлау хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ассоциацияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Валерий Аббасов.
Валерий Османович һайлауҙың законға ярашлы үтеүен, уның барышына йоғонто яһарҙай бер ниндәй ҙә етди хоҡуҡ боҙоу теркәлмәүен билдәләне. Шулай уҡ ул яңы губернатор һайлаған 16 төбәк араһында халыҡтың әүҙемлеге буйынса Башҡортостандың иң яҡшы күрһәткескә эйә булыуы, беҙҙәге һайлауҙа бер кандидат өлөшөнә иң күп тауыш тура килеүе тураһында айырып әйтеп үтте.
– Дүрт миллион халыҡ йәшәгән Башҡортостанда Радий Хәбиров өсөн 1,77 миллиондан ашыу кеше тауыш бирҙе. Был – төбәк етәксеһен һайлаған Рәсәй субъекттары араһында үҙенә күрә рекорд. Шулай уҡ Башҡортостанда үткән һайлау иң күп – һигеҙ дәғүәсе көс һынашҡан сара булыуы менән дә үҙенсәлекле булды, – тине эксперт.
Валерий Аббасов әлеге һайлауҙың республика тарихына байрам кеүек үткән һайлау булып инәсәген дә билдәләне.
– Мин үҙем Дим биҫтәһендә тауыш бирҙем. Һайлау участкаһы биләмәһе иртәнсәктән ысын байрам төҫөн алды. Балалар өсөн ойошторолған уйындар, хәйриә акциялары, ҡаҙанда бешкән былау – барыһы ла халыҡҡа дәрт, күтәренке кәйеф өҫтәне. Дөрөҫөн әйтәм: совет осоронан алып бындай һайлауҙы күрергә тура килгәне юҡ ине, – тине ул.