Һайлау тамам. Мөһим сара, һис шикһеҙ, республика халҡы хәтерендә оло ваҡиға булараҡ оҙаҡ һаҡланасаҡ.
Өфө ҡалаһының Калинин районында йәшәгән 100 йәшлек Варвара Чикова төбәк Башлығын һайлауға ҙур теләк менән ҡатнашҡан. Үҙе әйтеүенсә, ул бындай сараларға һәр саҡ яуаплы ҡараған, ғүмерендә бер генә тауыш биреүҙе лә ҡалдырмаған.
Был юлы участка һайлау комиссияһы ағзалары инәйҙең өйөнә күсмә ҡумта менән килгән.