19 сентябрҙә - инаугурациянан һуң, Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡара башлай. Ошо уңайҙан ул Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға былай тип мөрәжәғәт итте:
– 19 сентябргә минең тарафтан структураны булдырыу йәһәтенән йөкләмәләр әҙерләнә. Төп документ – Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусының биш йылға – ул һайланған мөҙҙәттә республиканың үҫеше стратегияһы йүнәлештәре тураһында Указ буласаҡ. Был бик етди документ, сөнки граждандарға киләһе йылдарҙа идара иткән команда нимә менән шөғөлләнгәнен билдәләргә тейешбеҙ. Кешеләргә барыһын да күрһәтергә кәрәк: беҙ нимә эшләй алабыҙ һәм нимәне эшләй алырлыҡ ресурстар бар. Ул Указ Рәсәй Президентының май указдарына нигеҙләнеп атҡарылырға тейеш, сөнки милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың дауамы булып тора. Һөҙөмтәлә бик сифатлы документ булырға тейеш, сөнки минең һайлау алды кампаниям лозунгтарға түгел, ә һеҙҙең менән бергә атҡарған ғәмәлдәргә нигеҙләнде. Хәҙер беҙ кешеләргә конкрет һандарҙы, даталарҙы, факттарҙы атарға тейешбеҙ – нимә эшләргә йыйыныуыбыҙ хаҡында. Былар барыһы ла указда яҡтыртылырға тейеш. Был эште ойошторолған рәүештә башҡарыуығыҙҙы һорайым.