Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы эксперты, иҡтисад фәндәре докторы Константин Кузьминых Радий Хәбиров инаугурация ваҡытында уҡып ишеттергән биш йыллыҡ үҫеш стратегияһы буйынса үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Уның фекеренсә, Радий Хәбиров был мөһим документ менән Владимир Путиндың май указдарын дауам итеп, республика өсөн үҙ “сентябрь указдарын” тәҡдим итте. Ул республикабыҙҙың киләһе биш йылға аныҡ үҫеш планын билдәләй.
– Документ бик аныҡ маҡсаттар ҡуя. Беҙҙең төбәк алдынғы урындарға сығырға тейеш. Файҙаланыу иҡтисадынан үҫеш иҡтисадына сығырға тейешбеҙ. Радий Фәрит улы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бирҙе. Тимәк, был тармаҡтағы барлыҡ проблемалар – кадр дефицитынан башлап ауыл медицинаһына тиклем хәл ителәсәк. Тыуымды арттырыу, ғөмүмән, тормош сифатын күтәреүҙе лә күҙ уңында тота ул, – тине Константин Кузьминых.
Эксперт фекеренсә, мәғариф, фән өлкәһендә ла үтә ҡыҙыҡлы, ә иң мөһиме кәрәкле проекттар тормошҡа ашасаҡ. Беҙҙең алда донъя кимәлендәге яңы үҙәк асыу, вуз-ара студенттар кампусын булдырыу, 12 полилингваль мәктәп һәм өҫтәмә белем биреү үҙәге асыу бурыстары тора. Быларҙың барыһы ла бушҡа ғына эшләнмәй, ә йәштәрҙең үҙебеҙҙә сифатлы белем алыуын, аҙаҡ республикала ҡалып эшләүен тәьмин итеү өсөн кәрәк.
– Ауыл биләмәләренә лә ҙур иғтибар бүленде стратегияла. Ауылдарҙа ла спорт үҫешәсәк, яңы мәҙәниәт һарайҙары төҙөләсәк. Радий Хәбиров бассейн булмаған бер район да ҡалмаясаҡ тине, тағы 16 бассейн буласаҡ, – ти эксперт. – Иҡтисади яҡтан да пландар ҙур: эш хаҡтарын күтәреү, төбәк продуктын етештереүҙе арттырыу. Яңы Башлыҡтың планында республикаға инвестициялар йәлеп итеү күләмен күбәйтеү, айырым иҡтисади биләмәләр булдырыу, уларға яңы резиденттар йәлеп итеү, 500 самаһы бәләкәй ауыл хужалығы предприятиеһы булдырыу, 100 процентҡа урмандарҙы тергеҙеү, һөт етештереүҙе тағы ла арттырып, Рәсәйҙең һөтлө төбәге исемен нығытыу тора. Быларҙың барыһы ла мөһим.
Константин Александрович һигеҙ сит ил вәкиллеге асыу идеяһы ла бик ыңғай һөҙөмтә бирәсәк тигән фекерҙә. Тимәк, сит илдәр менән яҡынаясаҡбыҙ, был үҙ сиратында республикаға күберәк туристар, шифаханаларға дауаланырға килеүселәрҙе йәлеп итеүҙә ҙур ярҙам буласаҡ.
– Ғөмүмән, бик уйланған, һандар һәм аныҡ йүнәлештәр менән һуғарылған стратегия был. Уны тормошҡа ашырыуҙа етәксебеҙгә уңыштар теләйек һәм ярҙам итәйек, – тине Константин Кузьминых.