Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Сентября 2019, 14:00

"Республикаға булдыҡлы етәксе килде"

– Республика Башлығы инаугурацияһы – минең өсөн бик мөһим ваҡиға, сөнки тамырҙарым Башҡортостандан, Әлшәй районынан. Оҙаҡ йылдар Мәскәүҙә йәшәһәм дә, Башҡортостандың сәйәси-ижтимағи үҫеше менән даими ҡыҙыҡһынып торам.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
– Республика Башлығы инаугурацияһы – минең өсөн бик мөһим ваҡиға, сөнки тамырҙарым Башҡортостандан, Әлшәй районынан. Оҙаҡ йылдар Мәскәүҙә йәшәһәм дә, Башҡортостандың сәйәси-ижтимағи үҫеше менән даими ҡыҙыҡһынып торам. Республикаға булдыҡлы етәксе килде. Беҙ Радий Хәбировтың аныҡ эштәрен быға тиклем дә күрҙек, уға ышанысыбыҙ ҙур. Ул – мәғлүмәтле кеше, бурыстарҙы теүәл ойоштора белә, һөҙөмтәлелек талап итә. Шәхсән үҙемә килгәндә, тыуған яғымдың мәнфәғәте өсөн хәлдән килгәнсә ярҙам итергә әҙермен, – тине хәрби осоусы, Рәсәй Геройы Рафиҡ ИХСАНОВ.
Читайте нас