Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Сентября 2019, 14:15

"Республика үҫешен аныҡ билдәләгән стратегия буйынса ла Рәсәйҙең иң алдынғы төбәктәре рәтендә буласаҡбыҙ"

Радий Хәбировҡа республика халҡы мәнфәғәтендә әле өлгәшелгән уңыштар менән туҡтап ҡалмауын, артабан да һайлаған юлынан тик алға хәрәкәт итеүен теләйем.

– Башҡортостан Башлығы вазифаһын рәсми ҡабул иткән Радий Хәбировҡа республика халҡы мәнфәғәтендә әле өлгәшелгән уңыштар менән туҡтап ҡалмауын, артабан да һайлаған юлынан тик алға хәрәкәт итеүен теләйем. Ул – Башҡортостан халҡының тормошон яҡшыртыу йәһәтенән нимәләр эшләргә кәрәклеген асыҡ белгән, проблемаларҙы дөрөҫ баһалаған шәхес. Ҡатылыҡ, ғәҙеллек кеүек сифаттар ҙа Радий Фәрит улын һәр яҡтан өлгөрөп еткән етәксе итеп ҡылыҡһырлай. Башҡортостан Башлығының республика үҫешен аныҡ билдәләгән стратегияһы буйынса ла ыңғай һөҙөмтәләрҙе мотлаҡ күрәсәкбеҙ, Рәсәйҙең иң алдынғы төбәктәре рәтендә буласаҡбыҙ, – тип белдерҙе опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса кәңәшсеһе Асҡар АБДРАЗАҠОВ.
Читайте нас