Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Сентября 2019, 09:10

Улар Башлыҡтың эш урынында һаҡланасаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың рәсми рәүештә вазифаға инеү инаугурацияһында республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев Башҡортостандың Дәүләт флагының махсус данаһын һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының республикабыҙҙың дәүләт телдәрендәге махсус күсермәһен Радий Фәрит улына тапшырҙы.

glavarb.ruglavarb.ru
glavarb.ru
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың рәсми рәүештә вазифаға инеү инаугурацияһында республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев сара аҙағында, Башҡортостан Республикаһының Башҡортостан Башлығы тураһындағы законының 3-сө статьяһына ярашлы, Башҡортостандың Дәүләт флагының махсус данаһын һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының республикабыҙҙың дәүләт телдәрендәге махсус күсермәһен Радий Фәрит улына тапшырҙы.
– Улар республикабыҙ Башлығының эш кабинетында һаҡланасаҡ, – тине парламент Рәйесе.
Читайте нас