Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Сентября 2019, 06:30

Радий ХӘБИРОВ: “Барыһы ла башлана ғына! Эшебеҙҙең уң булырына ышанам!”

Хөрмәтле депутаттар! Хөрмәтле ватандаштар! Һайлауҙа миңә ышаныс күрһәт­кәнегеҙ өсөн рәхмәт. Мин был ышанысты аныҡ эштәр менән яуларға тырыштым. Миңә Хөкүмәттән коллегаларым, ҡала һәм район башлыҡтары булышлыҡ күрһәтте. Ярҙам иткәндәре, тәүге көндән үк эшкә тотоноп, миңә ышанғандары өсөн уларға ла ихлас рәхмәтемде белдерәм. 

Хөрмәтле депутаттар!

Хөрмәтле ватандаштар!


Һайлауҙа миңә ышаныс күрһәт­кәнегеҙ өсөн рәхмәт. Мин был ышанысты аныҡ эштәр менән яуларға тырыштым. Миңә Хөкүмәттән коллегаларым, ҡала һәм район башлыҡтары булышлыҡ күрһәтте. Ярҙам иткәндәре, тәүге көндән үк эшкә тотоноп, миңә ышанғандары өсөн уларға ла ихлас рәхмәтемде белдерәм.
Республикабыҙҙа 4 миллион 51 мең кеше йәшәй, уларҙың һәр ҡайһыһының – үҙ проблемаһы. Беҙ был мәсьәләләрҙе эҙмә-эҙлекле һөҙөмтәле хәл итәсәкбеҙ. Баш­ҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына рәсми тотонғандан һуң, бөгөн иң элек 2025 йылға тиклем республиканың социаль-иҡтисади үҫешендәге стратегик йүнәлештәр тураһындағы Указға ҡул ҡуясаҡмын.
Рәсәй Президентының “май указдары” дауамы булараҡ беҙ үҙебеҙҙең “сентябрь указы”н ҡабул итәсәкбеҙ. Унда федераль кимәлдә башланған эшкә аныҡлыҡ индерә­беҙ. Хәл ителмәгән һәр мәсьәләгә, һәр объектҡа иғтибарҙы йүнәлтергә тырышасаҡбыҙ. Бюджетта – финанс ресурстарын, программаларҙа һәм юл карталарында аныҡ срок­тарҙы нығытасаҡбыҙ.
Указ һәр беребеҙгә ҡағыла. Ул республикалағы һәр кешенең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелә. Ул минең киләһе биш йылға эш программам. Үҙ-ара уны “үҫештең тәүге биш йыллығы” тип атайбыҙ. Алдыбыҙға ҙур бурыс ҡуябыҙ. Ошо йылдарҙа республика кеше потенциалы, йәшәү өсөн уңайлы мөхит, иҡтисади үҫеш, инвестициялар һәм инфраструктура кеүек биш төп йүнәлеш буйынса алдынғы төбәк­тәр рәтенә сығырға тейеш.
Беҙ иҡтисади стратегияны үҙ­гәртәбеҙ – ҡулланыу иҡтисадынан үҫеш иҡтисадына күсәбеҙ.
Ошо биш йыллыҡтан аныҡ һәм һиҙелерлек һөҙөмтәләр алырға теләйбеҙ: беҙҙә үлем кимәле түбәнәйергә, тыуым артырға, йәшәү кимәле үҫергә тейеш.
Әле Башҡортостанда халыҡ һаны йылдан-йыл кәмей. Әммә беҙ хәлде үҙгәртәсәкбеҙ. 2024 йылға беҙ кәмендә 4 миллион 100 мең кеше буласаҡбыҙ.
Бының өсөн тәү сиратта һаулыҡ һаҡлау проблемалары менән ныҡлы шөғөлләнә башлаясаҡбыҙ. Кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен тулыһынса хәл итәсәкбеҙ. Медицина ярҙамына мохтаж булған һәр кешегә, аҙналар буйы сират көт­мәйенсә, кәрәкле табипҡа шунда уҡ эләгеү мөмкинлеген бирәсәкбеҙ. Бының өсөн ауылда 20 ФАП төҙөйәсәкбеҙ, 147 модулле һәм 54 күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты һатып аласаҡбыҙ. Ауыл ме­дицинаһын тулыһынса тергеҙергә ниәтләйбеҙ. Ашығыс медицина ярҙамы паркын яңыртабыҙ, бала табыу йорттарын һәм поликли­никаларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырабыҙ.
Республика кардиология үҙәге, Балалар онкологияһы һәм гема­тологияһы үҙәге, өлкәндәр һәм балалар өсөн хоспис, Затонда дауахана комплексы кеүек күләмле объекттар төҙөйәсәкбеҙ.
Беҙ мәғариф системаһын яңыр­табыҙ. Биш йыл эсендә яҡынса 60 мең урынлыҡ 50 балалар баҡсаһы һәм 60 мәктәп һаласаҡбыҙ, төҙөк­ләндерәсәкбеҙ. Республика уҡыу­сыларының сифатлы белем алыуына ынтыласаҡбыҙ. Шуға күрә быйыл асылған ике полилингваль мәктәпкә өҫтәп тағы ла 12 белем усағы асасаҡбыҙ. Уны тамамлаған балалар сит һәм туған телдәрҙә яҡшы һөйләшәсәк.
Һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм үҫтереү өсөн белем биреү үҙәген ойошторасаҡбыҙ. Һәр районда һәм ҡалала балалар технопарктары һәм кванториумдар барлыҡҡа киләсәк. Уҡытыусыларҙы ауыл мәктәптәрендә ҡалдырыу йәһәтенән ярҙам күрһәтәсәкбеҙ.
Юғары уҡыу йорттары нигеҙендә икешәр, шул иҫәптән халыҡ-ара программалар буйынса уҡыу мөм­кинлеге булған донъя кимәлендәге фәнни-белем биреү үҙәге ойошто­расаҡбыҙ. Республикалағы иң һәләтле йәштәр башҡа төбәктәргә уҡырға китмәһен өсөн вуз-ара студент кампусы төҙөү ҡарала.
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттарҙы яҡшыртасаҡбыҙ. Волейбол, гимнастика, спорт көрәше үҙәктәре һаласаҡбыҙ. Бөтә муни­ципалитеттарҙа бассейндар була­саҡ. Әле 16 районда улар юҡ. Олимпия резервындағы училище асыу күҙаллана. Футбол стадионын төҙөйәсәкбеҙ.
Ауылдағы уҡыусылар спорт менән әүҙем шөғөлләнһен өсөн “Ауыл тренеры” проектын тормош­ҡа ашыра башлаясаҡбыҙ. “Мәктәп­тәргә – спорт көрәшен” програм­маһын дауам итәсәкбеҙ.
Ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын 1,5 тапҡырға арттырыуға өлгәшергә ниәтләйбеҙ.
Социаль яҡлауға мохтаж кеше­ләрҙе дискриминациялауға юл ҡуймаясаҡбыҙ. Заманса уңайлы мөхит үҙенсәлекле кешеләргә һәләттәрен тормошҡа ашырыу өсөн киң мөмкинлек асасаҡ. Үҙенсә­лекле балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитациялау үҙәген төҙөйәсәкбеҙ. Өлкәндәр өсөн дә ошондай уҡ үҙәк барлыҡҡа киләсәк. Уларға көндөҙ шөғөлләнеү өсөн 30 үҙәк асасаҡбыҙ.
Ауылдарҙа күп йүнәлешле 40 мәҙәниәт йорто, Өфөлә Музыка һарайы, йәш таланттар һәләтен үҫтерһен өсөн өр-яңы 10 балалар сәнғәт мәктәбен асыу ҡарала.
Өфөлә этноүҙәк, асыҡ һауала “Атайсал – ата-бабалар йәнтөйәге” архитектура-этнография музейын асыу академик Нияз Мәжитов эшенең дауамы буласаҡ. Сит төбәктәрҙә республиканың ете яңы тарихи-мәҙәни үҙәге Башҡортос­танды донъяға киңерәк танытасаҡ.
Мөһим маҡсат – “Торатау” геопаркын ойоштороп, уны ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә индереү. Мәғлүм булыуынса, беҙ­ҙең “Янғантау” геопаркы Рәсәйҙә, шулай уҡ элекке Советтар Союзын­дағы бөтә илдәр тарихында тәүге тапҡыр ошо маҡсатҡа өлгәште.
Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен һаҡлап ҡалыу һәм өйрәнеү өсөн шарттар булдырасаҡ­быҙ.

Хөрмәтле коллегалар!
Үрҙә һанап үтелгәндәрҙе ғәмәл­гә ашырыу өсөн беҙгә ныҡлы иҡти­сад кәрәк. Хөкүмәттең төп бурысы – 2024 йылға тулайым төбәк продуктын ике триллион һумға тиклем арттырыу. Социаль бурыстарҙы тормошҡа ашырыу, фәҡирлекте еңеү өсөн көслө иҡтисади нигеҙ кәрәк.
Үҙемдең Хакимиәткә бер ай эсендә яңыртылған Хөкүмәт структураһын тәҡдим итеү бурысын йөкмәтәм. Ул республикаға ҙур инвестициялар йәлеп итеү буйынса тырышлыҡты арттырыуға йүнәл­телгән Үҫеш Хөкүмәте булырға тейеш. Указда аныҡ һанды билдә­ләнем – инвестицияның йыллыҡ күләмен 450 миллиард һумға тиклем еткерергә, Инвестиция үҫешенең милли рейтингында биш лидер иҫәбенә инергә. Бының өсөн кәмендә ике махсус иҡтисади зона, 50 индустриаль, агросәнәғәт һәм технопарк ойошторорға кәрәк. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренә йөҙҙән ашыу яңы резидент йәлеп итеү фарыз.
Беҙ еңел сәнәғәт һәм урман сәнәғәте комплексы предприятие­ларының етештереү күләмдәрен ярайһы уҡ арттырасаҡбыҙ. Киҫел­гән майҙандарҙа урманды тулы­һынса тергеҙеү менән шөғөлләнә­сәкбеҙ. Биләмәләрҙең һәм торлаҡ йорттарҙың барыһын да газ менән тәьмин итәсәкбеҙ.
Ауыл хужалығын тергеҙеү өсөн 500 бәләкәй предприятие һәм шәхси эшҡыуарлыҡ ойошмаһын төҙөйәсәкбеҙ. Игендең тулайым йыйымын 4 миллион тоннаға тиклем арттырасаҡбыҙ. Заманса агротехника һатып аласаҡбыҙ. Һөт һәм ит етештереүҙе, ҡулланыуҙы арттырыу өсөн тиҫтәләрсә яңы һөтсөлөк фермалары, мал һимер­теү майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк. Был беҙгә тауар һөтө етештереү күләмен 1,2 миллион тоннаға еткереү мөмкинлеген бирәсәк.
Агросәнәғәт комплексының экспорт ҡеүәтен 230 миллион дол­ларға еткерәсәкбеҙ. Республика­ның тышҡы иҡтисади бәйләнеш­тәрен киңәйтеү өсөн сит илдәрҙә һигеҙ вәкиллек асасаҡбыҙ.
Эшҡыуарҙар өсөн чиновниктар­ҙың баш-баштаҡлығынан азат булған ғәҙел һәм асыҡ мөхит булдырасаҡбыҙ.
Инфраструктура проекттарына, граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, уңайлы ҡала һәм ауыл мөхите ойоштороуға айырым әһәмиәт бирәбеҙ. Инфраструктура менән тәьмин ителгән ҙур торлаҡ комплекстары төҙөү буйынса күләмле проекттар тормошҡа ашырыласаҡ.
Беҙ “алданған өлөшсөләр” проб­лемаһын тулыһынса хәл итәсәкбеҙ. Күп фатирлы өс мең йортто, 15 мең подъезды ремонтлаясаҡбыҙ. Биш йылда дүрт меңдән ашыу ихатаны төҙөкләндерәсәкбеҙ.
Ҙур проекттарҙан Өфөлә ике күпер, Ағиҙелдә йөк ташыу өсөн йылға порты, “Ағиҙел – Нефтекама” тимер юл тармағы төҙөлөшөн, Өфө аэропорты менән тимер юл вокзалы реконструкцияһын тамамлауҙы ғына әйтеп үтәм. Республикалағы бөтә биләмәләр араһында йәмәғәт транспорты йөрөйәсәк.
Указда байтаҡ күрһәткестәр ентекле билдәләнә, аныҡ һандар килтерелә. Әле мин стратегик, шул уҡ ваҡытта барыһына аңлайышлы һәм бик ябай программаның төп позицияларына ғына туҡталдым. Дүшәмбенән башлап коллегаларым аныҡ һандарҙы, үҙенсәлек­тәрҙе һеҙгә, республиканың һәр кешеһенә еткерәсәк.
Хөрмәтле дуҫтар!

Алда беҙҙе биш йыллыҡ көсөр­гәнешле эш көтә. Еңелдән бул­маясағын беләм. Әммә мин атай-әсәйем, көрәштәштәрем кеүек үк ҙур тырышлыҡ һаласаҡмын. Үҙемә лә, кешеләргә хеҙмәт итеүҙе үҙ һөнәре итеп һайлағандарға ла талапсан буласаҡмын. Ялҡаулыҡҡа, битарафлыҡҡа, һүлпәнлеккә һәм уғрылыҡҡа юл ҡуймаясаҡмын.
Бурыстарҙы мотлаҡ атҡарып сығырбыҙ, тип ышанам, сөнки артыбыҙҙа – беҙгә инанған 4 миллион 51 мең кеше, атай-ола­тайҙарыбыҙҙың ҡеүәте һәм рухы, Рәсәйгә хеҙмәт итеүҙең күп быуатлыҡ йолалары. Был беҙгә көс-ҡеүәт өҫтәй, тәүәккәллегебеҙҙе нығыта.
Ҡәҙерле дуҫтар, барыһы ла башлана ғына! Эшебеҙ уң булыуына ышанам!
Хөрмәтле яҡташтар! Республика киләсәге – беҙҙең ҡулда! Шуның өсөн берҙәм булайыҡ, тырышып эшләйек! Яҡшыраҡ булдырайыҡ!
Алға, Башҡортостан!
Читайте нас