Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Сентября 2019, 13:15

Татьяна Саенкоға ышаныс күрһәтелде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, Татьяна Саенко республика Башлығының Дәүләт хеҙмәте мәсьәләләре һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, Татьяна Саенко республика Башлығының Дәүләт хеҙмәте мәсьәләләре һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде.
Төбәк етәксеһенең икенсе бойороғо менән Хәйҙәр Вәлиев үҙ теләге буйынса икенсе эшкә күсеү сәбәпле, төбәк Башлығының Дәүләт хеҙмәте мәсьәләләре һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығы начальнигы вазифаһынан бушатылды.
Татьяна Игоревна Саенко 1982 йылдың 12 авгусында Стәрлетамаҡта тыуған. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған, Башҡорт дәүләт педагогия университетында ҡайтанан әҙерлек үткән. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2004 йылда “Каучук” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә башлай. Унда хеҙмәт буйынса иҡтисадсы, хеҙмәтте ойоштороу буйынса инженер, төп белгес булып эшләй. Төрлө йылдарҙа “Синтез-Каучук” йәмғиәтендә иҡтисадсы, төп иҡтисадсы, бүлек етәксеһе, “ТАУ НефтеХим” идарасы компанияһында бүлек начальнигы урынбаҫары, персоналға идара итеү хеҙмәте етәксеһе була. 2019 йылда – Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт хеҙмәте мәсьәләләре һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығы начальнигы урынбаҫары – кадрҙар һайлау һәм кадрҙар резервы бүлеге мөдире.
Читайте нас