Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Сентября 2019, 10:40

2 октябрҙә тәҡдимдәр ҡараласаҡ

Указ положениелары халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Документтың йөкмәткеһе Башҡортостандағы милли проекттар идеологияһын сағылдыра.

“Башинформ”.“Башинформ”.
“Башинформ”.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Консультатив советтың 2 октябрҙә үтәсәк ултырышында депутаттар республика Башлығы Радий Хәбировтың “2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһын социаль-иҡтисади үҫтереүҙең стратегик йүнәлештәре тураһында”ғы сентябрь указын тормошҡа ашырыу өсөн законлы тәҡдимдәрҙе ҡараясаҡ. Был турала парламент Рәйесе Константин Толкачев белдерҙе.
– Совет тәҡдимдәр индерәсәк. Уларҙы иҫәпкә алып Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың көҙгө сессияға эш планына төҙәтмәләр индереләсәк, – тине ул.
Константин Толкачев әйтеүенсә, республика Башлығы тарафынан ҡул ҡуйылған документ дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген Башҡортостандағы тормоштоң төп өлкәләренә ҡағылған мөһим проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтә.
– Указ положениелары халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Документтың йөкмәткеһе Башҡортостандағы милли проекттар идеологияһын сағылдыра. Күҙалланған федераль финанслауҙы иҫәпкә алып, республика Указ положениеларын мотлаҡ үтәү мөмкинлегенә эйә, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе.
Читайте нас