Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Сентября 2019, 17:29

Депутаттар нимәне һатыуҙы тыйырға йыйына?

"Бындай сараларҙы ҡулланыу балаларҙы тартыу ғәҙәтенә өйрәтә".

Фото: arctic.ruФото: arctic.ru
Фото: arctic.ru
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары балаларға кальян, электрон тәмәке һәм башҡа шундайҙарҙы республика биләмәһендә һатыуҙы тыйырға йыйына.
"Башҡортостан Республикаһында тәмәкегә ҡарамаған тартыу әйберҙәрен һәм тәмәке тартыуға оҡшатып яһалған ҡорамалдарҙы күмәртәләп һатыу өлкәһендә тыйыуҙы индереү тураһында"ғы закон проекты яҙғы сессияла беренсе уҡыуҙа уҡ хуплау тапты. Алдағы пленар ултырышта проект һуңғы тыңлауға сығарыласаҡ.
“Был сара үҫеп килгән быуындың һаулығын һаҡлауҙы күҙ уңында тота. Шартлыса "зыянһыҙлығы" тураһында тип күп бәхәс ҡорорға мөмкин булһа ла, бындай сараларҙы ҡулланыу балаларҙы тартыу ғәҙәтенә өйрәтә. Күпселек үҫмерҙәрҙең тартыу ҡатнашмаларынан тәмәкегә күсеүе шик тыуҙырмай”, – ти парламент рәйесе Константин Толкачев.
Читайте нас