25 – 27 сентябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре ҡатнашыусыларының V Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ юбилей форумы үтә. Тәүге көндә стратегик сессия эшләне, кисә халыҡ-ара сара рәсми рәүештә асылды. Йүнселлек форумында донъяның 30 иленән өс мең самаһы вәкил ҡатнаша. Улар араһында министрлыҡтар һәм ведомстволар хеҙмәткәрҙәре, танылған эшҡыуарҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм эксперттар бар. Форумдың ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты һәм республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.
Тәүге көндәге Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорацияның күсмә стратегик сессияһы эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм корпорацияның генераль директоры – идара рәйесе Александр Браверман ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙәрҙә иҡтисадтың төрлө тармаҡтарына ҡағылышлы проекттарға ярҙам саралары ҡаралды. Ошонда уҡ Башҡортостанда ғәмәлгә ашырыу күҙалланған һәм Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорацияның ярҙамына иҫәп тотҡан инвестиция проекттарының презентацияһы үтте. Улар буйынса дөйөм инвестиция күләме – 785 миллион һум, ә иҫәп тотолған финанс ярҙам 356 миллион һум тәшкил итә.
Кисә һәм бөгөн форум үҙ эшен секцияларҙа дауам итте. Уларҙа эшҡыуарлыҡ менән бер рәттән тәбиғәтте һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау, медицина, логистика, социаль партнерлыҡ, ғаилә эшҡыуарлығын, интернет-сауҙаны үҫтереүгә һәм башҡа тармаҡтарға ҡағылышлы мәсьәләләр күтәрелде. Халыҡ-ара сарала “Эшлекле Рәсәй” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты Алексей Репик, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов, Рәсәй Президентының ШОС эштәре буйынса махсус вәкиле Бәхтийәр Хәкимов, Рәсәй иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Вадим Живулин, Пакистан сауҙа-сәнәғәт палаталары федерацияһының генераль секретары Мөхәммәт Икбал Тахим һәм башҡа билдәле шәхестәр сығыш яһаны.
Пакистан эшҡыуарҙары Сәид Тарик, Джелани Фазал һәм Сәид Абрар Али Шан әфәнделәрҙең бизнесы күптән халыҡ-ара кимәлгә сыҡҡан. Эшмәкәрлектәрен агросәнәғәт, төҙөлөш, нефть эшкәртеү кеүек тармаҡтарҙа алып барһалар ҙа, бер системала, йәғни бер бөтөн булып эшләүҙе хуп күрәләр. Әлеге форумға улар экспорт күләмен арттырыуҙы, яңы партнерҙар табыуҙы ниәт итеп килгән.
Һинд ҡыҙы Чайтралли Бхосли менән Францияла тыуып үҫеп, бөгөн Һиндостанда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Лявонт Тева – шәкәр плантацияларын эшкәртеүгә махсуслашҡан “SAISIDHA” компанияһы вәкилдәре. Уларҙың эшмәкәрлегенең 70 проценты Африка дәүләттәрендә йәйелдерелгән.
– БРИКС илдәре менән үтә яҡындан таныш түгелбеҙ. Был форумда ҡатнашыуыбыҙҙың төп маҡсаты – донъя кимәлендә яңы киңлектәргә сығыу юлдарын байҡау, Рәсәй эшҡыуарлығы менән танышыу. Башҡортостан һәм Өфө хаҡында бығаса бер нәмә лә белмәй инек. Бик матур ерҙә йәшәйһегеҙ. Өфө тәү күреүҙән ҡеүәтле, төҙөк ҡала тигән фекер уятты. Һеҙҙә нефть сәнәғәтенең яҡшы үҫешеүен, ошо йүнәлештәге заводтарҙың күп булыуын белдек. Донъя кимәленә сығарырлыҡ, күрһәтерлек ҡаҙаныштарығыҙ бихисап, – тип билдәләне сит ил эшҡыуарҙары.
Ысынлап та, был йәһәттән республикабыҙҙың мөмкинлектәре киң, әлеге форумда Башҡортостан йөҙгә яҡын төрлө инвестиция проектының презентацияһын тәҡдим итте. Форумда яңы эш башлаусыларҙың, был өлкәгә тотонорға ниәт иткән йәштәрҙең ҡатнашыуы әһәмиәтле булды, сөнки улар донъя эшҡыуарлыҡ йәмәғәтселеге менән аралашыу, халыҡ-ара кимәлгә сыҡҡан йүнселдәрҙең эш тәжрибәһе менән танышыу мөмкинлегенә эйә булды. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтан Эмиль Нәзиров “Арт-Экстрим командаһы”н ойошторған. Уларҙың эшмәкәрлеге туризмдың экстремаль төрҙәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Әлегә Башҡортостандан тыш Краснодар, Ҡырым төбәктәрендә үҙҙәрен танытҡандар, маҡсаттары – Һиндостан, Ҡытай илдәренә сығыу. Сибайҙан йәш эшҡыуар Гөлшат Аҡбулатова былтыр ғына үҙ эшен асҡан. Форумға эшҡыуарлыҡты яҡлау буйынса дәүләт программалары менән яҡындан танышыу, аяғында ныҡлы баҫып торған коллегаларының эш тәжрибәһен өйрәнеү өсөн килгән.
Бөгөн донъя эшҡыуарлыҡ йәмәғәтселеге берҙәм үҫешкә, уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бүлә, шуның менән илдәр араһындағы эшлекле мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға ла хәтһеҙ өлөш индерә. Әлеге форум да бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларына яңы хеҙмәттәшлектәргә юл асыр, тип ышанайыҡ.