Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Октябрь 2019, 12:48

Владимир Путин төбәк башлыҡтары менән осрашты

9 октябрҙә Мәскәүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Берҙәм тауыш биреү көнөндә – 8 сентябрҙә һайланған 19 төбәк етәксеһе менән осрашты. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Фото: glavarb.ru

Владимир Путин субъекттарҙың етәкселәрен вазифаға һайланыуҙары менән ҡотланы.

– Һеҙгә әүҙемлекте кәметмәй, юғары вазифала киләсәктә лә һайлау алды кампанияһындағы кеүек үк һөҙөмтәле эшләүегеҙҙе теләйем, сөнки үҙегеҙгә ышанып тапшырылған биләмәләрҙә йәшәгән халыҡҡа биргән вәғәҙәләрҙе үтәү өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға кәрәк, – тине ил башлығы. – Иң мөһиме – халыҡтың йәшәйешен, мөнәсәбәтен даими тойоу, кешеләрҙең өмөтөн аҡлау.

#ВладимирПутин
Читайте нас