Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Октябрь 2019, 19:05

Владимир Путин – Түбәнге Новгородта

Рәсәй Президенты Владимир Путин Түбәнге Новгородта VIII “Рәсәй – спорт һөйөүсе держава” Халыҡ-ара спорт форумы эшендә ҡатнаша. Форумдың пленар ултырышының төп темаһы – “Донъя берләшмәһе менән берлектә спортты үҫтереү”.

Фото: kremlin.ru

Сарала өс меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Улар физкультура һәм спорт өлкәһендәге Рәсәй ҡануниәтен камиллаштырыу, аудитория өсөн көрәш барған саҡта спорт менән медиа араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәр, бизнеста һөҙөмтәле эш итеү алымдары, төбәктәрҙе уңышлы үҫтереүҙә спорттың әһәмиәте кеүек мәсьәләләр буйынса фекер алышасаҡ.
Бынан тыш, Владимир Путин Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү советы ултырышын үткәрәсәк.
#ВладимирПутин
Читайте нас: