* Радий Хәбиров Рәсәйҙең иң популяр блогеры булып танылды. Уның социаль селтәрҙәрҙәге һәр бер яҙмаһын 300 меңләп кеше уҡый. Улар аҫтында ябай халыҡ мөрәжәғәттәрен баҫтыра. Бында республика етәксеһе тәҡдиме менән булдырылған “Инцидент” системаһы ярҙам итә. Һөҙөмтәлә чиновниктарға килеп тыуған мәсьәләне яйға һалыу бурысы йөкмәтелә. Бер йыл эсендә шундай миллионға яҡын проблема хәл ителгән.
* Чиновниктар ең һыҙғанып эшләргә кәрәклеген аңланы. Кемдер ғариза яҙып, отставкаға китте. Урындағы власть хәрәкәткә килде. Ауыл урамдарында ут яна, юлдарға асфальт һалына, автобус маршруттары асыла, дауаханаларҙа – табиптар, мәктәптәрҙә уҡытыусылар күбәйә башланы. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә янғын иҫкәртеү ҡулайламалары, юлдарҙа тамғалар барлыҡҡа килде, ялған араҡы һатыусыларҙың “бизнесы” ябылды. Һөҙөмтәлә бер йыл эсендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һәләк булғандар һаны 2500-гә ҡыҫҡарҙы!
* Радий Фәрит улы шәхсән мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаһында туҡланыу мәсьәләһе менән танышты, был өлкәлә сифатлы хеҙмәт күрһәтеүҙе талап итте. Ремонт талап ителгән подъездарҙы, юлдарҙағы соҡор-саҡырҙы үҙе барып ҡараны. Ысынлап та, ябай кешегә иң беренсе ҡышҡыһын өйҙә йылы булыуы, ихатала сүп-сар өйөлөп ятмауы мөһим. Һәм тарихта тәүгә республикала подъездарҙы төҙөкләндереүгә йыл һайын бер миллиард һум бүленә башланы. Быйыл ғына Өфөлә, мәҫәлән, 1288 подъезд ремонтланды.
* Башҡортостанда хәлдең үҙгәреүен күреп, республикаға инвесторҙар тартылды. Йыл эсендә улар элеккегә ҡарағанда капиталды 14 процентҡа күберәк һалды. Тиҙҙән яңы ҡояш электр станцияһы, ит һәм һөт комплекстары, көҙгө етештереү предприятиеһы сафҡа инәсәк. Тимәк, байтаҡ эш урындары ла барлыҡҡа киләсәк.
- мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күстеләр
- автобустар паркын яңырттылар, берҙәм карта менән түләүгә күстеләр
- юлдарҙағы соҡорҙар менән көрәшкән “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы
- газондарҙа машина ҡуйыуҙы тыйған закон ғәмәлгә инде
- “Ашығыс ярҙам” һәм мәктәп автобустары паркы 60 процентҡа тулыланды
- 500 кешегә табиптар дефициты ҡыҫҡартылды
- ҙур дәүләт предприятиелары “Башавтотранс” һәм “Башҡортостан” нәшриәте бөлгөнлөктән йолоп алып ҡалынды
- яңынан һөт кухнялары эшләй башланы
- законһыҙ тәбиғәт байлығын сығарыусылар эшмәкәрлеге туҡтатылды
- алданған өлөшсөләр проблемаһы хәл ителә, бер нисә йөҙ кеше фатир алды ла инде
- Өфөлә көрәш буйынса донъя чемпионаты, волейбол буйынса донъя чемпионаты этаптары һәм башҡа халыҡ-ара турнирҙар үткәрергә ҡарар ителде.