Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
12 Октября 2019, 20:00

Уңыштар ҙа, проблемалар ҙа бар

Федоровкала бюджеттың табыш өлөшө утыҙ процентҡа үҫкән. Иҡтисадҡа, социаль өлкәгә аҡса һалыу һәм инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 703 миллион һум тәшкил иткән.

Фото: "Башинформ".Фото: "Башинформ".
Фото: "Башинформ".
Федоровкала бюджеттың табыш өлөшө утыҙ процентҡа үҫкән. Иҡтисадҡа, социаль өлкәгә аҡса һалыу һәм инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 703 миллион һум тәшкил иткән.
Был турала “Башлыҡ сәғәте”ндә Радий Хәбировҡа район хакимиәте етәксеһе Венер Насретдинов белдерҙе.
“Беҙ бөгөн әүҙем рәүештә резервтар эҙләйбеҙ, муниципаль мөлкәтте файҙаланабыҙ, барлыҡ йүнәлештә эшләйбеҙ. Хеҙмәт хаҡы арта, ул районда уртаса 28 мең һум тәшкил итә. Иҡтисадтың 70 процентын ауыл хужалығы биләй, ун процент – төҙөлөш секторы”, – тине Венер Насретдинов.
Уның һүҙҙәренсә, бер аҙ миграция үҫеше бар, тыуым кәмегән. Быйыл баҫыуҙарҙан яҡшы уҡ уңыш йыйып алынған. Ауыл хужалығы кооперацияһы киң йәйелдерелә.
Читайте нас