Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Октябрь 2019, 17:57

Путин тәхеткә ултырасаҡ принц менән осрашты

Сәғүд ғәрәптәре менән беҙҙе үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек көтә.

Фото: kremlin.ru
Фото: kremlin.ru
Рәсәй Президенты Владимир Путин Сәғүд Ғәрәбстанына дәүләт сәфәре барышында Короллектең тәхеткә ултырырға тейешле принцы Мөхәммәт бен Сәлмән Әл Сәғүд менән бергә Рәсәй-Сәғүд иҡтисади советының беренсе ултырышында ҡатнашты.
Сәғүд Ғәрәбстаны – Рәсәйҙең төп иҡтисади партнерҙарының береһе, ә Рәсәй-Сәғүд иҡтисади советы - ике илдәге бизнес вәкилдәренең туранан-тура аралашыуы өсөн яҡшы мөмкинлек, тип билдәләне Президент. Дәүләт Башлығы ике дәүләт араһындағы энергетика, сәнәғәт, транспорт, банк эше, һанлы технологиялар һәм йыһанды үҙләштереү өлкәһендәге уңышлы хеҙмәттәшлекте телгә алды.

Бынан тыш, Владимир Путин ауыл хужалығы өлкәһендә үҙ-ара бәйләнеште мөһим йүнәлеш тип атаны. Президент Сәғүд Ғәрәбстанына Рәсәйҙән ауыл хужалығы продукцияһын сығарыуҙы киңәйтеү тураһында килешеүгә өлгәшелеүе хаҡында белдерҙе.
#ВладимирПутин
Читайте нас: