Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Октябрь 2019, 13:37

Владимир Путин Эрдоганды саҡырҙы

Төрөктәр менән һөйләшеп килешер сәйәси мәлдәр бар.

Фото: medrussia.org
Фото: medrussia.org
Рәсәй Президенты Владимир Путин төрөк коллегаһы Рәжәп Тайип Эрдоганды яҡын арала эш сәфәре менән Рәсәйгә килергә саҡырҙы.

Төркиә Президенты был саҡырыуҙы ихлас ҡабул итте.
Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ике ил лидеры Сүриәләге хәлдәрҙе сәйәси көйләүҙе дауам итергә, октябрь аҙағында Женевала БМО эгидаһында Конституцион комитетты саҡырыуға булышлыҡ итергә ниәтләй. Улар шулай уҡ Ғәрәп Республикаһының территориаль бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалыу яҡлы.
#ВладимирПутин
Читайте нас в