Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тағы бер эш осрашыуы үткәрҙе: Ҡаҙағстан Республикаһының Дәүләт секретаре Крымбек Кушербаев менән аралашты.
Иң тәүҙә төбәк етәксеһе ҡунаҡҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең иҫтәлегенә булған иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе. Уның исеме менән Алматы ҡалаһында бер урам аталған.
“Рәсәй менән Ҡаҙағстан стратегик партнерлыҡты үҫтереүҙә яҡшы уңышҡа өлгәште, беҙҙең илдәр иҡтисады Евразия иҡтисади союзы ярҙамында әүҙем яҡынлаша, төбәк-ара хеҙмәттәшлек үҫешә, – тине Радий Хәбиров. – Башҡорт-ҡаҙаҡ бәйләнештәрен нығытыуға беҙҙең халыҡтарҙың тел һәм мәҙәниәт яғынан туғанлығы ла йоғонто яһай. Ҡаҙағстан – төбәгебеҙҙең төп партнерҙарының береһе. Беҙ мөнәсәбәттәрҙе тағы ла әүҙемерәк үҫтерергә әҙербеҙ, тәү сиратта иҡтисад өлкәһендә”.
Ҡаҙағстан Республикаһы сауҙа әйләнеше буйынса Башҡортостандың 100 партнеры араһында бишенсе урында тора. 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса, сауҙа күләме 340 миллион доллар тәшкил иткән. Ә республика юғары уҡыу йорттарында Ҡаҙағстандан 800 студент белем ала. Урта Азия имамдары Өфөләге Рәсәй Ислам университетында уҡый.
Радий Хәбиров Ҡаҙағстан ҡунаҡтарын 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһында һәм 2021 йылда көтөлгән "Апимондия" халыҡ-ара конгресында ҡатнашырға саҡырҙы.
Ҡаҙағстан Республикаһының Дәүләт секретары Крымбек Кушербаев үҙ сиратында Радий Хәбировты Нур-Солтанға эш сәфәре менән килергә, Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге эшен яңыртырға тәҡдим итте. Шулай уҡ ул республикалар араһында мәҙәни һәм эшлекле бәйләнештәрҙең тағы ла нығынырына ышаныс белдерҙе.