Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президентының мәҙәниәт буйынса кәңәшсеһе Владимир Толстой менән осрашты.
Ул Өфөгә бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдем тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған тантаналы сараларҙа ҡатнашырға килгәйне.
Осрашыуҙа Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек, был йәһәттән федераль үҙәктең ярҙамы мөмкинлектәре мәсьәләләре ҡаралды.