Республика ҡануниәтенә ярашлы, Башҡортостан Башлығы вазифаға инеү менән республика Хөкүмәте отставкаға китә.
Радий Хәбиров яңы Хөкүмәт ойошторолғансы Хөкүмәт тарафынан вазифаларын үтәүҙе дауам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Бөгөн Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин республика Хөкүмәтен формалаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе. Улар 24 октябргә тиклем ҡараласаҡ, аҙаҡ килештереү процедураһы үтәсәк.