Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Октября 2019, 11:57

Көнсығыш беҙгә яҡыная

Сентябрь иҡтисади ваҡиғаларға бай булды һәм шуларҙың береһе – Владивостокта уҙған Көнсығыш иҡтисад форумы. Йыл һайын үткәрелгән был сара Азия – Тымыҡ океан төбәге илдәре менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм илебеҙҙең Алыҫ Көнсығышына инвестицияны арттырыу маҡсатын ҡуя. Был йыйындарҙа Башҡортостан делегацияһы ла даими һәм һөҙөмтәле ҡатнашып килә. Үткән форумда, мәҫәлән, “ТАУРУС” йәмғиәте менән Стәрлетамаҡ районында кальцийлы сода заводы төҙөү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылғайны, ул 36 миллиард һум тотоноуҙы күҙаллай.

Азия илдәре менән хеҙмәттәшлек Рәсәй һәм Башҡортостандың үҫешенә нисек йоғонто яһай?


Сентябрь иҡтисади ваҡиғаларға бай булды һәм шуларҙың береһе – Владивостокта уҙған Көнсығыш иҡтисад форумы. Йыл һайын үткәрелгән был сара Азия – Тымыҡ океан төбәге илдәре менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм илебеҙҙең Алыҫ Көнсығышына инвестицияны арттырыу маҡсатын ҡуя. Был йыйындарҙа Башҡортостан делегацияһы ла даими һәм һөҙөмтәле ҡатнашып килә. Үткән форумда, мәҫәлән, “ТАУРУС” йәмғиәте менән Стәрлетамаҡ районында кальцийлы сода заводы төҙөү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылғайны, ул 36 миллиард һум тотоноуҙы күҙаллай.


– Беҙ һәр саҡ яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшергә ынтылабыҙ, шулай ҙа минән беренсе Форум алдынан бишенсе ошондай сараға ҡарата ниндәй йөкләмә аласағыбыҙҙы һораһалар, 1800 проект тәҡдим ителәсәк, тип әйтә алмаҫ та инем, – тине Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урын­баҫары, Рәсәй Президентының Алыҫ Көнсығыш федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Юрий Трутнев. – Моғайын, өс йөҙ проекттан ашыуға өмөт итмәҫ инем. Ә ғәмәлдә был проекттар һаны бөгөнгө форумда 1800-гә етте һәм быны бик шәп күрһәткес тип баһалар инем.


Йыйында ҡатнашыусылар раҫла­уынса, ошо сараның һөҙөмтәлелеге илдең Алыҫ Көнсығышы тормошона ла ыңғай йоғонто яһай, был төбәктәге төҙөкләндереү эше йәнләнә, яңы етештереү һәм мәҙәни-көнкүреш объекттары ҡалҡып сыға.

Форум сиктәрендә көнүҙәк пробле­маларға арналған 100-ҙән ашыу сара уҙғарылған, улар халыҡ-ара киңлектәге мәсьәләләргә лә, төбәк бурыстарына ла ҡағыла. Бөтә фекер алышыуҙар дүрт төркөмгә бүлеп үткәрелгән:


* иҡтисади үҫеште тиҙләтерлек яңы ҡарарҙар;


* эшҡыуарлыҡ өсөн шарттарҙы уңайлыраҡ итеү;


* Алыҫ Көнсығыш менән Азия – Тымыҡ океан төбәге: хеҙмәттәшлек өсөн шарттарҙы киңәйтеү;


* тормош сифатын яҡшыртыу өсөн яңы юлдар.


Йыйындың тәүге көнөндә Рәсәй менән Ҡытайҙың киң мәғлүмәт сараларының V форумы, “Ҡытай Халыҡ Республикаһының 70 йыллығы алдынан Рәсәй менән Ҡытайҙың үҙ-ара хеҙмәт­тәшлегенең тарихи һәм хәҙерге торошо” тигән ғилми-ғәмәли конференция, “Рәсәй – Ҡытай. Ҡытай Халыҡ Республи­каһының 70 йыллығына ҡарата” исемле тарихи-документаль күргәҙмә һәм “Тымыҡ океандан Атлантик океанғаса дөйөм иҡтисади майҙан” тип аталған конференция үткәрелде.


Быйылғы Көнсығыш иҡтисад форумы ҡатнашыусылар һаны буйынса ла, ҡул ҡуйылған килешеүҙәр суммаһы яғынан да рекордлы булды. Өлгәшелгән һөҙөмтәләр халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә һәм иҡтисадтың көнүҙәк ҙур мәсьәләләрен тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуйған был Форумдың абруйы йылдан-йыл арта барыуы хаҡында һөйләй. Йыйын эре бизнес вәкилдәрен берләштерә һәм, һис шикһеҙ, Азия – Тымыҡ океан төбәгендәге эшмәкәрлекте арттырыуға булышлыҡ итә.

– Көнсығыш иҡтисад форумы үҙенсәлекле ойошторола – унда ҡатнашыусыларға эшлекле программа сиктәрендә даими рәүештә төрлө йүнәлештәр һәм аралашыуҙың төрлөсә форматтары тәҡдим ителә, – тине Рәсәй Президентының кәңәшсеһе, Көнсығыш иҡтисад форумының ойоштороу комитеты яуаплы секретары Антон Кобяков.


Мәртәбәле сарала, дәүләт етәксе­лә­ренән тыш, ошо илдәрҙең хөкүмәт вә­кил­дәре, министрҙары, ҙур компа­ниялар башлыҡтары һәм халыҡ-ара ойошма вәкилдәре ҡатнашты. Мәҫәлән, ФИФА Халыҡ-ара футбол президенты Джанни Винченцо Инфантино Алыҫ Көнсығыш университетында футбол клубы асырға вәғәҙә итте.


Форумда йәмғеһе 3,4 триллион һумлыҡ 270 килешеүгә ҡул ҡуйылды (суммаһы коммерция сере булып тормаған килешеүҙәр генә иҫәпкә алынған). Улар араһында Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышын үҫтереүгә бер триллион һумдан ашыу инвестицияны күҙ уңында тотҡан 14 килешеү бар. Унан тыш Бүрәт Республикаһында ядро медицинаһы үҙәге, Яҡут (Саха) Республикаһында йыл әйләнәһенә эшләйәсәк балалар лагеры, Камчатка ярымутрауында курорт төҙөү һәм башҡа объекттар булдырыу планлаштырыла. Владивостоктан алыҫ түгел ҡороласаҡ “Хаяо” фармацевтика заводы ғына ла – 850, ә Находка ҡалаһында суднолар етештереү заводындағы өҫтәмә объект 300 эш урыны бирәсәк.


Бынан тыш Йога, Рус теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеү үҙәктәре һәм башҡа мәҙәни ойошмалар йәки уларҙың филиалдарын асыу тураһында һөйләшеп килешелде, мәҙәни һәм спорт программалары сиктәрендә генә лә 24 сара үткәрелгән, дүрт күргәҙмә эшләгән. Иҡтисад белгестәренә Форум йомғаҡ­тары буйынса быйыл 70-тән ашыу аналитик һығымта яһау бурысы ҡуйылған. Шуныһын да билдәләмәй булмай: барыһы ла Владивосток аэропортының, һауа торошо ҡатмарлашып китеүенә ҡарамай, үҙ эшен сифатлы һәм тотҡарлыҡһыҙ башҡарыуына, ҡала транспортының да аныҡ хәрәкәтлә­неүенә иғтибар иткән.


Владимир ПУТИН, Рәсәй Президенты:

– Быйыл беҙ 65 илдән һигеҙ мең ярым ҡатнашыусыны ҡабул иттек. Беренсе форум менән сағыштырғанда, был һан ике тапҡырға артты. Бында беҙ Рәсәй иҡтисады, уның Алыҫ Көнсығыш төбәге, хеҙмәттәшлек өсөн шарттар менән ҡыҙыҡһыныуҙы күрәбеҙ.


Наренда МОДИ, Һиндостан Премьер-министры:

– Кисә беҙ Президент Путин менән “Алыҫ Көнсығыш урамы” күргәҙмәһендә булдыҡ. Мине ул бик тәьҫирләндерҙе: иҫ китерлек төрлөлөк һәм кешеләрҙең һәләте, шулай уҡ технологик яңылыҡтар... Мин, ысынлап та, хеҙмәттәшлек өсөн күп мөмкинлектәр булыуын һәм берлектәге прогресс өсөн шарттарҙы күрҙем.


Халтмаагийн БАТТУЛГА, Монголия Президенты:

– Көнсығыш иҡтисад форумында мин, дәүләт башлығы булараҡ, өсөнсө тапҡыр ҡатнашам. Был форум ошондай һөйләшеүҙәр өсөн абруйлы майҙансыҡ һәм Азия – Тымыҡ океан төбәге илдәренең үҙ-ара хеҙмәттәшлеген әүҙемләштереүгә нигеҙ булып тора.


Синдзо Абэ, Япония Премьер-министры:

– Мин хыял ҡанаттарығыҙҙы йәйеүегеҙҙе һәм Японияның һеҙҙең киләсәктә ниндәй ҙур яңы мөмкинлектәр тыуҙыра алыуын күҙ алдына килтереүегеҙҙе теләйем. Әйҙәгеҙ, тарихты бергәләп яҙайыҡ, киләсәккә юлды бергәләп асайыҡ!


Махатхир МӨХӘМӘТ, Малайзия Премьер-министры:

– Беҙ Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышты артабан үҫтереүгә теләүен ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡабул иттек. Рәсәй – бер юлы Европала ла, Азияла ла урынлашҡан дәүләт, уның географик майҙаны бик үҙенсәлекле, шуға күрә ул ошо ике ҡитға араһындағы күпер булып тора. Ошондай шарт уға Европала ла, Азияла ла мөһим роль уйнарға булышлыҡ итә.
Читайте нас