Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Октября 2019, 13:43

Путин эш хаҡын Мысыр Президенты менән уртаҡлашмаҡсы

“Эш хаҡымдың бер өлөшөн Мысыр Президентына түләргә тура килер”.

Фото: kremlin.ruФото: kremlin.ru
Фото: kremlin.ru
Рәсәй Президенты Владимир Путин Сочиҙа үткән тәүге “Рәсәй-Африка” саммитының рәйестәше булған Мысыр коллегаһы Әбдел Фәттәх әс-Сисиға "ошо халыҡ-ара сараны үткәреүҙә ярҙам күрһәткәне" өсөн рәхмәт әйтте һәм “эш хаҡымдың бер өлөшөн Мысыр Президентына түләргә тура килер” тип шаяртты.


Африка илдәре етәкселәре менән эшлекле иртәнге аш барышында Владимир Владимирович: “Мысырҙағы дуҫтар ярҙам итмәһә, бындай саммит булмаҫ та ине”, - тип билдәләне.


Ул әс-Сисиның эшкә булышлыҡ итеүен юғары баһаланы.


Читайте нас