Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
29 Октябрь 2019, 09:50

Благовещен башлығы отставкаға китте

Башҡортостанда тағы бер муниципалитет етәксеһе алмашынды: Благовещен районының хакимиәт башлығы Рөстәм Баҙыҡшанов үҙ теләге менән эштән китте. Уның вәкәләттәре ваҡыты тулмағайны әле.

"Башинформ"."Башинформ".
"Башинформ".
Башҡортостанда тағы бер муниципалитет етәксеһе алмашынды: Благовещен ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Баҙыҡшанов үҙ теләге менән эштән китте. Уның вәкәләттәре ваҡыты тулмағайны әле.
Уның вазифаһын ваҡытлыса хакимиәт башлығы урынбаҫары Ольга Игнатова башҡара. Башлыҡ вазифаһына конкурс 31 октябргә тәғәйенләнгән.
“Үҙгәрештәр кәрәк, бергә эшләгән хеҙмәттәштәремә рәхмәт, яңы башлыҡҡа уңыштар теләйем”, – тине Р. Баҙыҡшанов хушлашыу һүҙендә.
Читайте нас