Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
29 Октябрь 2019, 16:03

Уртаҡ эш һөҙөмтә бирә

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Эске эштәр министрының беренсе урынбаҫары, полиция генерал-полковнигы Александр Горов менән осрашты.

Фото: glavarb.ruФото: glavarb.ru
Фото: glavarb.ru
Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Эске эштәр министрының беренсе урынбаҫары, полиция генерал-полковнигы Александр Горов менән осрашты.
Унда артабанғы хеҙмәттәшлек, айырым алғанда, сит илдәрҙән килгән хеҙмәт миграцияһы мәсьәләләрен контролдә тотоу һәм республикаға килгән сит ил граждандарының уңайлы торошон тәьмин итеү тураһында һүҙ барҙы.
“Беҙҙә эске эштәр органдары менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек юлға һалынған. Бының өсөн һеҙгә рәхмәт. Контрафакт продукцияға ҡаршы, йәмәғәт урындарындағы енәйәттәр менән көрәш йүнәлештәрендәге берҙәм эш күренерлек һөҙөмтәләр бирә. Мәҫәлән, әле күптән түгел генә Өфөнөң Инорс биҫтәһендә урам буйы енәйәтселеге көслө ине. Беҙ унда яҡтылыҡ ҡуйҙыҡ, видеокүҙәтеү системалары урынлаштырҙыҡ, Эске эштәр министрлығы менән берлектә өҫтәмә полиция нөктәһе булдырҙыҡ, патрулдәр һанын арттырҙыҡ. Һәм бөгөн бында енәйәтселектең 40-50 процентҡа кәмеүен күҙәтәбеҙ. Шулай уҡ ялған алкоголдән үлем осраҡтары ла ныҡлы кәмене, – тине Радий Хәбиров. – Үҙебеҙҙең яҡтан да даими Эске эштәр министрлығына ярҙам итергә тырышабыҙ”.
Александр Горов белдереүенсә, республика менән хеҙмәттәшлек конструктив юҫыҡта ҡоролған, был килеп тыуған мәсьәләләрҙе оператив хәл итеү мөмкинлеген бирә.
“Бөгөн Башҡортостан бик әүҙем үҫешә. Был шул иҫәптән сит илдәрҙән хеҙмәт көстәренең күпләп килеүен дә күҙ уңында тота, – тине ул. – Беҙ сит ил граждандары Башҡортостанда уңайлы шарттарҙа эшләһен өсөн документтар әйләнешен оптимизациялау буйынса ла эштәр алып барабыҙ”.
Читайте нас