Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Ноября 2019, 16:50

Гүзәл зат вәкиленең ни ғәйебе бар?

Ғаиләлә йәберләү тураһындағы законға төҙәтмәләр индереләсәк. Санкт-Петербург дәүләт университеты илдәге ошондай фажиғәле осраҡтарҙы тикшереү менән шөғөлләнгән һәм был сара һөҙөмтәләре ҡот осҡос булған.

Ғаиләлә йәберләү тураһындағы закон проектына төҙәтмәләр индереләсәк. Санкт-Петербург дәүләт университеты илдәге ошондай фажиғәле осраҡтарҙы тикшереү менән шөғөлләнгән һәм был сара һөҙөмтәләре ҡот осҡос булған.
Шуға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары ғаиләлә йәберләү тураһындағы законға “эҙәрлекләү” тигән терминды индерергә һәм кешенең үҙ хәүефһеҙлеге өсөн ҡурҡыуы, кемдеңдер уға туҡтауһыҙ шылтыратыуы, эҙәрләүе, уҡыған йәки эшләгән, йәшәгән урынына барыуы өсөн яуаплылыҡты закон йәһәтенән нығытырға тәҡдим итә. “Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы – ҡатындар” берләшмәһе эксперты Елена Мезенцева билдәләүенсә, ил закондарында “эҙәрлекләү” тигән төшөнсә юҡ. Бының менән тик Европаның Кеше хоҡуҡтары буйынса суды ғына шөғөлләнә.
Депутаттар әйтеүенсә, ҡайһы бер осраҡтарҙа ғаиләлә йәберләү өсөн яза булараҡ ҡаралған штрафтар ғына етмәй. Улар кешене ирекһеҙләү кеүек хәл бер нисә тапҡыр ҡабатланһа, енәйәт яуаплылығын индереүҙе тәҡдим итә.
Күптән түгел бер енәйәт тотош ил халҡын тетрәндерҙе. 63 йәшлек тарихсы Олег Соколов үрҙә әйтелгән Санкт-Петербург дәүләт университетында эшләгән. Ул 24 йәшлек аспирантты – үҙе менән бергә йәшәгән өйҙәшен – вәхшиҙәрсә үлтергән. Тәфтишселәр мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ир йәш ҡатынды низағ ваҡытында атҡан. Бынан тыш, Соколовтың бер ни белмәй йоҡлап ятҡан ҡатынға атыуы ла ихтимал, тигән версия бар. Ә был гүзәл зат вәкиленең ниндәй ғәйебе булған һуң?
Иң ҡурҡынысы: яҡындарын ҡыйырһытыусылар үҙҙәрен енәйәт ҡыла тип уйламай һәм күп кенә ҡатындар ҡыйырһытылып йәшәүе тураһында әйтергә ашыҡмай, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итмәй. Һөҙөмтәлә ошондай ғаиләлә үҫкән ҡыҙҙарҙа һәм малайҙарҙа бәләкәй саҡтан психологик проблемаларҙың барлығы асыҡлана. Тағы иң аяныслыһы: ғаилә янъялдары мәлендә күпме кеше ғүмере өҙөлә.
Фото: Optimsait.ru
Читайте нас