Мәғлүм булыуынса, республика бюджетынан ял йортона бүленгән аҡсалар маҡсатһыҙ тотонолған. Тикшереү һөҙөмтәһендә шифаханаға 475 миллион һум күләмендә зыян килтерелеүе асыҡлана. Шул иҫәптән хеҙмәт хаҡы күпкә арттырып баһаланған, төҙөлөш материалдары дөрөҫ һаҡланмаған, башҡарылмаған эштәр өсөн аҡса түләнгән һәм башҡалар. Мәҫәлән, корпусҡа 99 миллион һумлыҡ ремонт эшләнгәс, уны боҙорға тура килгән.