Республика Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры итеп Урал Искәндәров тәғәйенләнде.
Урал Салауат улы Искәндәров 1966 йылдың 10 декабрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Кубан дәүләт аграр университетын тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты.
Хеҙмәт юлын 1984 йылда “Волгоэлектросетьстрой” тресының Өфө участкаһында элемтә монтажсыһы булараҡ башлай. 1987 йылда – Эре панелле йорт төҙөү тресының өсөнсө разрядлы слесары. 1987 – 1992 йылдарҙа – БАССР Дәүләт арбитражы хужалығы мөдире. 1992 – 1993 йылдарҙа – Башҡортостан Арбитраж судының әйҙәүсе белгесе. 1993 – 1994 йылдарҙа – Башҡортостан Арбитраж судында судья-стажер. 1994 – 2019 йылдарҙа – Башҡортостан Арбитраж суды судьяһы.
2019 йылда – Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы.