Башҡортостан
-19 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Ноябрь 2019, 21:59
“Киткәнһең икән, бурысты ла түлә!”
Закондарға ярашлы, ир менән ҡатындың никах ваҡытында бергә алынған күсемһеҙ милке, автомобиле, банктағы иҫәптәре, эшҡыуарлыҡ һәм башҡа мөлкәте уртаҡ тип һанала.
Закондарға ярашлы, ир менән ҡатындың никах ваҡытында бергә алынған күсемһеҙ милке, автомобиле, банктағы иҫәптәре, эшҡыуарлыҡ һәм башҡа мөлкәте уртаҡ тип һанала. Әммә тиҙҙән был исемлек ошоноң менән генә тамамланмаясаҡ.
Закон сығарыусылар, кемдең исеменә кредитҡа аҡса алыныуға ҡарамаҫтан, ошо бурыc уртаҡ бүленеп түләнергә тейеш, тигән фекерҙә. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары бына ошондай башланғыс менән сығыш яһаған. Тимәк, тиҙҙән, ғаилә тарҡалғас, ир менән ҡатындың финанс ойошмалар алдындағы бурыстары ла ике яҡҡа бүлеп бирелеүе ихтимал. Кем белә, ошолай, бәлки, ғәҙелерәктер ҙә. Юғиһә, йыш ҡына ир йәки ҡатындың үҙенең генә кредитты яңғыҙ ҡаплап хитланған осраҡтарына шаһитбыҙ.
Әлеге ваҡытта судта ирҙең йәки ҡатындың кредитҡа алынған аҡсаһының ғаилә мәнфәғәтенә киткәнлеге иҫбатланған хәлдә генә уларҙың береһенең бурысын икенсеһенә бүләләр. Тик ғәмәлдә барыһы ла хоҡуҡ һаҡлау органына мөрәжәғәт итә һалмай, өҫтәүенә иҫбатлауы ла еңел түгел.
Unification-dv.ru
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.