Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
2 Декабря 2019, 07:30

Ҡағиҙәләрҙе 11 тапҡыр боҙған!

Табип-психиатрҙа иҫәптә торған, психикаһы ҡаҡшауҙан йонсоған ир законһыҙ рәүештә шоферлыҡ танытмаһын алған.

Табип-психиатрҙа иҫәптә торған, психикаһы ҡаҡшауҙан йонсоған ир законһыҙ рәүештә шоферлыҡ танытмаһын алған.
Борай районында йәшәүсе бер ир 2018 йылда автомобиль йөрөтөүҙе сикләүгә ҡаршы медицина күрһәтмәләренең юҡлығын иҫбатлаған ялған белешмәгә эйә булған һәм, уға ярашлы, шоферлыҡ танытмаһын алған. Һөҙөмтәлә ул 11 тапҡыр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған!
Район прокуроры судҡа шоферлыҡ танытмаһын һәм медицина белешмәһен ғәмәлдән сығарыу буйынса мөрәжәғәт иткән. Ул үҙ сиратында прокурорҙың талабын ҡәнәғәтләндергән. Бынан тыш, ялған документты файҙаланған өсөн дә енәйәт эше асылған.
Фото: askiev.com.ua.
Читайте нас