Республика – традицион дин-ара хеҙмәттәшлектең өлгөһө.
Өфөлә “Рәсәй — Ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмөнөң V ултырышы уҙҙы. Сарала Рәсәйҙәге мосолмандар күпләп йәшәгән төбәктәрҙән, шулай уҡ элекке союздаш республикаларҙан, Сәғүд Ғәрәбстаны, Тунис, Пакистан, Мысыр, Бахрейн Короллеге, Ливан кеүек ислам дәүләттәренән илселәр, сил ил эштәре буйынса вәкилдәр, дини ойошма етәкселәре ҡатнашты.
Ике көн барған форум “Торатау” конгресс-холында уҙҙы. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов ҡатнашты.
Төбәк етәксеһе Радий Фәрит улы пленар ултырыштағы сығышында, батшабикә Екатерина Икенсенең 1788 йылғы указына ярашлы, Өфөнөң Рәсәйҙәге Ислам үҙәге итеп иғлан ителеүе хаҡында әйтеп үтте. Етәксе илебеҙҙә төрлө конфессияларҙың үҙ-ара татыу йәшәүендә Башҡортостан мосолмандары ойошмаһының да өлөшө хәтһеҙ булыуын, беҙҙең республиканың традицион дин-ара хеҙмәттәшлектә яҡшы өлгө икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Башҡортостанда “Ғәлиә”, “Ғосманиә” кеүек билдәле мәҙрәсәләр нигеҙ һалған традицион ислам берләшмәләре көслө. Йәштәрҙе әхлаҡи тәрбиәләү эшендә исламдың ҙур тәжрибәһен файҙаланыу мөһим”, – тине Радий Хәбиров.
“Рәсәй – Ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмө рәйесе, Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов ҡунаҡтарға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәбрикләү һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе. Унда:
“Беҙҙе ғәҙел демократик тыныслыҡ тәртибе ҡағиҙәләрен үтәүгә, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә хоҡуҡтың өҫтөнлөгөн тәьмин итеүгә, бөтә континенттарҙа ла тотороҡлолоҡ һәм хәүефһеҙлекте нығытыуға ынтылыш берләштерә. Рәсәйгә лә, ойошма ағзаларына ла глобаль хәүефтәргә ҡаршы тороу, төбәк бәхәстәрен көйләү, төрлө гуманитар мәсьәләләрҙе яйға һалыу маҡсатында көстәрҙе туплау мөһим. Һеҙ конфессия-ара аралашыуҙы киңәйтеүгә, дини төрлөлөк шарттарында граждандар тыныслығын һәм социаль тотороҡлолоҡто һаҡлауға бәйле мөһим мәсьәләләрҙе ҡараясаҡһығыҙ. Конструктив, йөкмәткеле һөйләшеүҙәр үткәрерһегеҙ, фекерҙәрегеҙ, тәҡдимдәрегеҙ беҙҙең илдәр һәм халыҡтар араһындағы ышанысты, бер-береһен аңлауҙы нығытыуға булышлыҡ итер тип иҫәпләйем”, – тигән юлдар бар.
Әйткәндәй, “Рәсәй – Ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмөнөң быйылғы ултырышы “Конфессия-ара татыулыҡ: Рәсәй тәжрибәһе һәм Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһының ҡатнашыусы илдәре” темаһына арналды. Төрлө илдәрҙән килгән ҡунаҡтар Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһының 50 йыл дауамында донъяла халыҡ-ара, конфессия-ара татыулыҡ булдырыуға индергән өлөшө хаҡында һөйләне. Шулай уҡ ислам дәүләттәре араһында дуҫлыҡты нығытыуға ҙур өлөш индергән билдәле сәйәсмән Евгений Примаковтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы, уның эшмәкәрлегенә арналған сығыштар ҙа булды.
Кәңәшмә барышында делегаттар легендар шәхес, башҡорт халҡының бөйөк улы, күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың Рәсәй һәм Ислам илдәре араһында дуҫлыҡ күперен һалыуға индергән тос өлөшө хаҡында йыш телгә алды. Әйткәндәй, “Рәсәй – Ислам донъяһы” форумы сиктәрендә Рәсәй Ислам университеты бинаһында уға мемориаль таҡтаташ асылды.
Ғөмүмән, форумда ислам донъяһындағы, илдәр араһындағы дуҫлыҡты, хеҙмәттәшлекте нығытыу, экстремизмға, терроризмға, ислам фобияһына ҡаршы тороу мәсьәләләре күтәрелде. Шулай уҡ ислам дәүләттәре араһында иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу, хәләл тауарҙарҙың әйләнешен арттырыу тураһында ла һүҙ барҙы.
Форум сиктәрендә эшлекле осрашыуҙар ҙа булды. Мәҫәлән, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров форумдың ҡунаҡтары – Бахрейн Короллегенең Ислам эштәре буйынса юғары советы президенты шәйех Абдулрахман бин Мөхәммәт Аль-Хәлиф һәм был илдең Рәсәйҙәге илсеһе шәйех Әхмәт Абдулрахман Аль-Саати менән осрашты.
Осрашыу барышында республика Башлығы төбәктең ошондай ҙур ҡунаҡтарҙы ҡаршылауы оло ваҡиға булыуын, Башҡортостан Рәсәйҙең Ислам үҙәктәренең береһе икәнлеген белдерҙе. Мәғлүм булыуынса, әле төбәктә 1400-ҙән ашыу мәсет бар, яңылары ла әүҙем төҙөлә.
“Яҡын Көнсығыш илдәре менән хеҙмәттәшлеккә ҙур иғтибар бүләбеҙ, шул иҫәптән Фарсы ҡултығы ынйыһы – Бахрейн Короллегенә лә”, – тине Радий Хәбиров.
“Уның бөйөклөгө Рәсәй Президенты Владимир Путин менән яҡшы мөнәсәбәттә, беҙҙең илдәр араһында тормоштоң төрлө тармаҡтары буйынса күп килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Бахрейн менән һеҙҙең республика араһында оҡшашлыҡ бар. Беҙ нефткә бай, шулай уҡ һеҙҙең республиканың да алдынғы булыуы, бында исламға, уны үҫтереүгә һәм йолаларын һаҡлауға ҙур иғтибар бүленеүе хаҡында беләбеҙ. Сәфәребеҙ тағы ла тығыҙыраҡ мөнәсәбәттәргә булышлыҡ итергә тейеш”, – тине шәйех Абдулрахман.
Радий Хәбиров республиканың хеҙмәттәшлеккә асыҡ булыуы, йәғни нефть һәм химиянан тыш, машиналар эшләү һәм туризм кеүек бәйләнештәрҙе көйләрлек өлкәләрҙең да күплеге хаҡында белдерҙе.
Киләһе йыл ислам илдәренең стратегик ҡараш төркөмөнөң ултырышын Сәғүд Ғәрәбстанында уҙғарырға ҡарар иттеләр.