Рәсәйҙә быға тиклем алкоголле эсемлектәргә, тунға, тәмәкегә һәм аяҡ кейеменә тамға һалыу тәртибе ғәмәлдә булһа, 1 декабрҙән был исемлек киңәйҙе.
Яңы үҙгәрештәргә ярашлы, тауарҙы танытҡан шәхси код автомобиль шинаһы һәм покрышкаһына, кейемгә, түшәк кәрәк-ярағына, лампаға, яҡтыртҡысы булған фотоаппараттарға, хушбуйға һәм парфюмерияға ҡуйыла.
Хәҙер һәр һатып алыусы “Намыҫлы тамға” ҡушымтаһы аша кодты уҡып, һатып алған тауары тураһында тулы мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә.