Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
3 Декабря 2019, 20:00

Андрей Назаров – “Йыл юрисы”!

Бөгөн Мәскәүҙә Юристар көнөнә арналған тантаналы саралар үтте.

Бөгөн Мәскәүҙә Юристар көнөнә арналған тантаналы саралар үтте.

Уларҙың барышында III Бөтә Рәсәй хоҡуҡи (юридик) диктантҡа старт бирелде. Акция бөгөндән алып 10 декабргә тиклем тотош ил буйынса үтәсәк. Сара халыҡтың хоҡуҡи мәҙәниәте кимәлен үҫтереүгә, уларҙа ҡануниәтте өйрәнеүгә ынтылыш тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Диктантта ҡатнашыусыларға бер сәғәт эсендә ҡырҡ йүнәлешле һорауға яуап бирергә кәрәк буласаҡ.

Сара артабан “Йыл юрисы” юғары юридик премияһын тапшырыу менән дауам итте. Мәртәбәле награда юғары квалификациялы юристарҙың йәмғиәт һәм дәүләт алдындағы хеҙмәтенә баһа булып тора. Рәсәй юристары ассоциацияһы был премия менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаровты бүләкләне. Шул уҡ ваҡытта ойошманың республикалағы бүлексәһе быйылғы иң яҡшы төбәк бүлексәһе тип билдәләнде.

“Хоҡуҡ бөгөн төп институттарҙың береһе булып тора. Гражданлыҡ йәмғиәтен ҡануни йәһәттән грамоталылыҡһыҙ төҙөү мөмкин түгел”, – тине Андрей Назаров.



Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе диктантта йыл да ҡатнаша. Быйыл сара 6 декабрҙә үтә, уны уҙғарыу майҙансыҡтары булараҡ юғары уҡыу йорттары һәм колледждар базаһында 19 майҙансыҡ теркәлгән. Ойошма-предприятиеларҙы йәлеп итеп, уларҙың иҫәбен йөҙгә еткереү планлаштырыла.

Фотолар: pravitelstvorb.ru

Читайте нас