Өфөнөң Совет районы суды 50 йәшлек эшҡыуарҙы “Мутлыҡ” статьяһы буйынса хөкөм итте. Уның эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә “Салауат Юлаев” хоккей клубына ике миллион һумдан ашыу күләмдә зыян килтерелгән.
Республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, “СКБ” йәмғиәте директоры 2016 йылда “Салауат Юлаев” ойошмаһы менән “Өфө-Арена” боҙ һарайына видеокүҙәтеү һәм хәүефһеҙлек системаһын ҡуйыу тураһында килешеү төҙөй.
Эшҡыуар ҡорамалдарҙың бер өлөшөн урынлаштыра, әммә уның сифаты килешеүҙә күрһәтелгән техник характеристикаға яуап бирмәй. Һөҙөмтәлә ул клубҡа ике миллион һум зыян килтерә.
Хөкөм ителеүсе ғәйебен танымай. Уны шартлыса ике йылға иркенән мәхрүм итәләр, зыянды ла ҡайтарырға тура киләсәк. Шулай булһа ла прокуратура был хөкөмдө йомшаҡ тип, суд ҡарарына ялыу бирергә йыйына.