Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Декабрь 2019, 15:45

"Торлаҡ хоҡуғы" китабы ниҙәр хаҡында?

Өфөлә “Хоҡуҡ һәм иҡтисад. Стратегик партнерлыҡ” Рәсәй юридик форумы үтте.

Өфөлә “Хоҡуҡ һәм иҡтисад. Стратегик партнерлыҡ” Рәсәй юридик форумы Башҡортостанда юридик белем бирелә башлауға 70 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылды.
Сараны Башҡортостан Хөкүмәте менән берлектә Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты ойошторҙо.
Форумға ярашлы “Кеше хоҡуҡтары” тип аталған художестволы һүрәттәр күргәҙмәһе – биеннале күрһәтелде. Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы Кубогына “Legal RACE” интеллектуаль уйыны – республиканың иҡтисад реаль секторы уйынсыларының хоҡуҡи ярышы үтте.
Өҫтәүенә Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында Рәсәй Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу палатаһы рәйесе, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар закондар сығарыуын кодификациялау һәм камиллаштырыу советы рәйесе, юридик фәндәр докторы, профессор Павел Крашенинниковтың “Хоҡуҡ һәм иҡтисад. Стратегик партнерлыҡ” Рәсәй юридик форумына ярашлы “Торлаҡ хоҡуғы” китабының исем туйы булды.
Павел Крашенинников сараның ҡунаҡтарын һәм унда ҡатнашыусыларҙы 12-се, яңыртылған китап менән таныштырҙы. Унда торлаҡ хоҡуғы тураһындағы яңы һәм киләһе йылда үҙ көсөнә инәсәк закондар тураһында ла яҙылған.
Автор 2020 йылдың 1 мартында Рәсәй Торлаҡ кодексына 20 йыл туласағы хаҡында әйтте. Әлбиттә, был ваҡыт эсендә өлкәлә әллә күпме үҙгәреш булды. Мәҫәлән, хәҙер торлаҡ фондының күп өлөшө – шәхси милектә. Өҫтәүенә ошо тармаҡҡа бәйле закондар формалашҡан һәм берҙәм суд практикаһы ла барлыҡҡа килгән.
Егерме йыл элек илдә Рәсәй Торлаҡ кодексының ҡабул ителеүе торлаҡ тураһындағы закондарҙы аныҡ, асыҡ, аңлайышлы һәм ошо тармаҡҡа бәйле ҡануниәткә ҡаршылыҡһыҙ итте. Өҫтәүенә торлаҡ менән бәйле енәйәтселек һаны кәмене, торлаҡ милекселәренең хоҡуҡтары юридик йәһәттән нығытылды.
"Әле торлаҡты законлы юл менән алғандарҙың милкен суд аша талап иткәндә, хоҡуҡтарын тағы ла яҡшыраҡ яҡлау тураһындағы закондарға үҙгәрештәр индерелә. Ошондай торлаҡтың “криминаль” үткәне хаҡында белмәй, дәүләт реестрына ышанып һатып алған граждандың һайлауы буйынса компенсация түләнәсәк. Был уның ысынбарлыҡтағы зыяны йәки талап ителгән бинаның кадастр хаҡының күләме буласаҡ", – тине Павел Крашенинников.
Ул шулай уҡ яңы йылдан торлаҡ тураһындағы закондарға инәсәк башҡа үҙгәрештәр хаҡында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе.
Читайте нас